Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
25 Апреля 2022, 07:15

Республика Башлығы өмәселәргә рәхмәтен еткерҙе

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы ғәҙәттә йылына ике тапҡыр уҙғарыла, экологик проекттың яҙғы этабы 23 апрелдә башланды, 10 майҙа тамамлана...

Добавить в предпочтительные источники Google
Республика Башлығы өмәселәргә рәхмәтен еткерҙеРеспублика Башлығы өмәселәргә рәхмәтен еткерҙе
Республика Башлығы өмәселәргә рәхмәтен еткерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге диуарында шәмбе өмәһендә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

«Ял көндәре әүҙем үтте. Ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа ағастар ултырттыҡ. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында 85 мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды. Шуның 14 меңдән ашыуы, алдан һөйләшкәнсә, бейеклеге 2,5 метрға еткән ағастар. Башлыса тематик аллеялар ултырттыҡ. Республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы ғәҙәттә йылына ике тапҡыр уҙғарыла, экологик проекттың яҙғы этабы 23 апрелдә башланды, 10 майҙа тамамлана. Беҙҙең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында белдереүҙәренсә, акцияла 200 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Республикабыҙ хаҡында хәстәрлек күргән һәр кемгә рәхмәтлемен. Барығыҙға ла һаулыҡ һәм уңышлы аҙна теләйем!», — тип яҙҙы ул.

Автор:Гузель Салихова