

Бөгөн район хакимиәтендә башлыҡтың ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов етәкселегендә башҡорт тоҡомло атты һаҡлау һәм үҫтереү темаһына арналған кәңәшмә үткәрелде.Уның эшендә "Ирәндек" башҡорт тоҡомло атты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фондын ойоштороусы Алмас Шөгөров, фонд директоры Айнур Ишмөхәмәтов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан ҡурсаулығы директоры Айнур Бейембәтов, башҡорт тоҡомло йылҡы буйынса билдәле белгес-эксперттар Әкрәм Хөсәйенов һәм Миңнур Яратова, Урал аръяғы райондары йылҡысылары, ауыл хужалығы бүлеге белгестәре ҡатнашты.
Һөйләшеүҙә башҡорт атын тоҡом булараҡ юридик яҡтан нығытыу, тоҡомсолоҡ эшен яйға һалыу һәм махсус китап сығарыу, йәш быуында йылҡысылыҡҡа һөйөү тәрбиәләү һәм ошо юҫыҡта йәш кадрҙар әҙерләү, "Терра Башҡортостан" бәйгеһен үҙебеҙҙең төбәктә ойоштороу, ҡымыҙ етештереүҙә ялған продукцияға юл ҡуймау мәсьәләләре көн үҙәгенә сығарылды.
Иң беренсе сиратта тоҡомсолоҡ эшен яйға һалыу, быны тейешле документтар менән нығытыу маҡсат итеп ҡуйыла.Бөгөн Башҡортостанда 7 тоҡомсолоҡ хужалығы бар, элек иһә һәр районда шул сама ине.Тимәк, эшләйһе эштәр етерлек һәм йылҡысылар уларҙы күмәк көс менән атҡарырға йыйына.Был тәңгәлдә дәүләт һәм власть структуралары ла уларға булышлыҡ итергә тейеш.Шул саҡта ғына башҡорт атын тоҡом булараҡ һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ.