+23 °С
Облачно


Буранбайҙа "Им-том йолалары" исемле сара үткәреп, Зәкиә Фазулла ҡыҙы ауыл халҡына мейе ҡағыу, ҡот ҡойоу, үткәрмә үткәреү кеүек халҡыбыҙҙың борондан килгән дауалау ысулдарын күрһәтте.Бының өсөн ул халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнгән оҫталар - Ишһылыу Килдина, Зифа Сирбаева һәм Гөлсирә Ҡотоеваны саҡырған.Улар мейе ҡағыу, ҡот ҡойоу һәм үткәрмә үткәреү үҙенсәлектәре менән таныштырҙы, тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Сараның икенсе өлөшөндә буранбайҙар "Һаҡмар" гәзитенә яҙылды, бүләктәр отоп ҡыуанды.Мәғариф ветерандары Фәриҙә Һағынбаева һәм Ләлә Хәмитова баҫмаға үҙҙәренең баһаһын бирҙе, уның уҡымлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.