Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
29 Марта 2022, 05:50

Төҙөлөш материалдарына хаҡ төшә башланы

Рәсәй Федерацияһы вице-премьеры Марат Хөснуллин һүҙҙәренсә, илдә металл продукцияға хаҡтың артыуын туҡтатып булды...

Төҙөлөш материалдарына хаҡ төшә башланыТөҙөлөш материалдарына хаҡ төшә башланы
Төҙөлөш материалдарына хаҡ төшә башланы

Һуңғы ваҡытта металдан һәм башҡа төҙөлөш материалдарынан продукцияның хаҡы төшөүе күҙәтелә, тип белдерҙе Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин. Уртаса алғанда, 9 процентҡа.

Рәсәй Федерацияһы вице-премьеры Марат Хөснуллин һүҙҙәренсә, илдә металл продукцияға хаҡтың артыуын туҡтатып булды. Рәсәйҙең эске баҙарында йылына 42 миллион тонна ҡара металл ҡулланыла, шуның 29 миллион тоннаһы, йәғни 70% тиерлек — төҙөлөш тармағында, тип хәбәр итте ТАСС.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас