+2 °С
Облачно


Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған сара уҙҙы. Бөгөн был өлкә хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары үҙҙәренә ҡарата бихисап рәхмәт һүҙҙәре алды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһенең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Сара дауамында халыҡ ижады үҙәге артистары һәм ижади коллективтары сараға йыйылғандарға байрам кәйефе бүләк итте.