Һаҡмар
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
7 Марта 2022, 11:10

Билалдар ҡышҡа "һау бул" тине

Күрше райондан да килделәр

Добавить в предпочтительные источники Google
Билалдар ҡышҡа "һау бул" тинеБилалдар ҡышҡа "һау бул" тине
Билалдар ҡышҡа "һау бул" тине

Билалда мәҙәниәт йорто янында саңғы ярышы үтте. Билалдар тәьҫораттары менән уртаҡлашып былай тине:

- Ярышты ойоштороусы, бағыусы, ауылдашыбыҙ, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында физкультура уҡытыусыһы булып эшләп йөрөүсе, спортҡа ғашиҡ Артур Ғайсинға ҙур рәхмәт! Артурҙың тәҡдимен хуплап, уға ярҙам итеүсе мәктәп директоры Айнур Әминевҡа, Һәмән ауылынан Фәнүз Үҙәнбаевҡа, ярышта ҡатнашыусыларҙы самауыр сәйе, тәмле былау менән һыйлаусы Сәғилә Ғайсинаға, Райхана Булатоваға ҙур рәхмәт! Ярыш бик ойошҡанлы үтте. Билал биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан тыш, Темәс, Үрге һәм Түбәнге Иҙрис, Әбйәлил районы ауылдарынан ҡатнашыусылар күп булды. Бөтәһе 40 тан ашыу саңғысы ярышта үҙ көсөн һынаны. Афарин!

Автор:Гузель Салихова