Новости
4 Марта 2022, 09:30

Иртәгә - эшләйбеҙ!

Әммә эш сәғәте бер сәғәткә ҡыҫҡара

Добавить в предпочтительные источники Google
Иртәгә - эшләйбеҙ!Иртәгә - эшләйбеҙ!
Иртәгә - эшләйбеҙ!

7 марттағы эш көнө шәмбе, 5 мартҡа күсерелгәс, Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы был көн байрам алды көнө тип иҫәпләнә. Тимәк, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Шул уҡ ваҡытта 5 марттағы эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартыу эш хаҡына бер нисек тә йоғонто яһамай.

2022 йылдың тәүге яҙ айына туғыҙ байрам һәм ял көнө, шул иҫәптән бер дәүләт байрамы — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө тура килә.

Рәсәйҙә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө тәүге тапҡыр 1913 йылда билдәләнә һәм тиң хоҡуҡтар өсөн көрәштә ҡатын-ҡыҙҙарҙың теләктәшлегенә арнала. СССР-ҙа 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө һәр ваҡыт билдәләнһә лә, 1966 йылдан ғына ул рәсми байрам булып иҫәпләнә.

Автор:Гузель Салихова