

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының йәкшәмбе баҙарында ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтар тотороҡло һаҡланды.Йылҡы итенә генә хаҡтарҙың бер аҙ кәмеүе күҙәтелде - уның килограмын 450-480 һум менән алырға мөмкин булды.Ә бына һыйыр итенә һәр саҡта ла юғары булып ҡала - 280-500 һум.
1,5 литр һөт - 100, бер баш ҡорот - 100, 0,5 литр ҡаймаҡ - 250,1 кг һыйыр майы - 600 һум.Бройлер итенең килограмы - 300, күркәнеке - 450, ҡаҙ ите - 500 һум.1 кг бишбармаҡ - 200 һум.Ауыл икмәге - 80-150 һум.
Селек һеперткеһе - 50, мәтрүшкә кеүек шифалы үләндәрҙең бәйләме - 50 һум.
Шуныһы кәйефте ҡырҙы: баҙар территорияһының ҡарҙан таҙартылмауы һатыу итеүселәр өсөн дә, һатыусылар өсөн дә ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы.Тейешле шарттар тыуҙырылырға тейеш түгелме ни?..