Новости
19 Января 2022, 07:20

Күптән көтөлгән закон

Улар хәҙер ғүмерлеккә бикләнәсәк

Был законды халыҡ күптән көтә ине. Сөнки педофилдарҙың ҡот осҡос енәйәттәре еңелсә яза менән оҙатылып килде. Төрмәлә ултырып сыҡҡан әҙәм аҡтыҡтары был әшәкелеген дауам итте. РФ Дәүләт Думаһы педофилдарҙы ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыу законын ҡабул итте. Дөрөҫөн әйткәндә, был ике аяҡлы йыртҡыстарҙы майҙанға алып сығып атһалар ҙа, халыҡ тик рәхмәтле булыр ине. Ҡайһы саҡта тик ҡаты закондар ғына тарала барған енәйәттәрҙе туҡтатыу көсөнә эйә.

Г. Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас