Республикала донъяға килгән сабыйҙар ниндәй исемдәр тарала? Был мөһим эшкә ата-әсәләр етди ҡараймы? Иң таралған һәм һирәк исемдәр ниндәй? Әйҙәгеҙ, 2021 йылдың мәғлүмәттәренә күҙ һалайыҡ.
Шулай итеп, былтыр малайҙарға Әмир, Артем, Владислав, Глеб, Данил, Егор, Ислам, Кәрим, Кирилл, Лев, Матвей, Никита, Роман, Платон, Самир, Тимур, Эмир, Ярослав тигән исемдәр иң күбе ҡушылған. Ә ҡыҙ-бәпестәр Алиса, Амелия, Валерия, Дарина, Ева, Камилла, Злата, Мадина, Оливия, Полина, Рамина, София, Татьяна, Ульяна, Эмилия, Йәсминә исемдәрен йышыраҡ алған.
Шул уҡ ваҡытта һирәк осраған исемдәр ҙә бар. Ул: Алистар, Авдей, Багдан, Бьерн, Варсель, Велимир, Гавриил, Давлад, Ермак, Златан, Илларион, Корней, Максимильян, Натаниэль, Одиссей, Патрикей, Роланд, Сабриэль, Теодор, Эдвард, Эрамир; Азель, Ведара, Генриетта, Дэбора, Емельяна, Златица, Идона, Камария, Лавиния, Марфа, Миша, Николина, Одетта, Радлина, Савелия, Тейла, Фиалка, Христина, Шанель, Элис.
Бына шундай исемле бәпестәр үҫә беҙҙең республикала. Ә һеҙ сабыйҙарығыҙға ниндәй исемдәр ҡуштығыҙ?
Гүзәл Иҫәнгилдина.