+5 °С
Ясно
Дәүләт Думаһы депутаттары педофил-рецидивистарҙы төрмәгә ғүмеренең аҙағына тиклем ултыртыу тураһында закон проектын ҡабул итте. Балиғ булмағандарға ҡарата енси енәйәт ҡылып төрмәгә ултырған, унан сыҡҡас тағы был ҡот осҡос енәйәткә барған әҙәм аҡтыҡтарын ғүмеренең ахырына тиклем ситлеккә бикләү тураһында был закон. Әле был проект беренсе уҡыуҙан үтте. Был документҡа ярашлы, Енәйәт Кодексының 131-се һәм 132-се статьяларына үҙгәрештәр индерелергә тейеш.
Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин бындай енәйәт ҡылыусыларҙы кеше тип атап булмауын һәм уларҙың төрмәгә ғүмерлеккә бикләнәсәге иң ғәҙел яза булыуын белдерҙе.
Г. Салихова.