Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2021, 09:25

Яңы йыл байрамы өсөн 60 мең шыршы ҡырҡыласаҡ

Бәлки, яһалма шыршыға күсеп бөтөргә ваҡыттыр?

Республикала Яңы йыл байрамы өсөн 60 мең шыршы ҡырҡыласаҡ. Урман хужалығы министрлығы шыршылар махсус питомниктарҙан һәм урындарҙан ҡырҡыласағын белдереп, был төбәктең экологияһына насар йоғонто яһамаясағын әйтеп үтте.

Әлбиттә, йыл һайын Яңы йыл байрамы өсөн махсус питомниктарҙан ҡупшыҡайҙарҙы ҡырҡып, һатыуға сығаралар. Әммә барыбер йәл бит улар. Өҫтәүенә шыршыны урмандан ҡырҡып, еңел аҡса эшләргә маташыусылар ҙа булып тора. Әлбиттә, хәҙерге ваҡытта барған “Шыршы” операцияһы уларҙы өркөтөр, тип ышанғы килә.

Шулай ҙа, бәлки, йортобоҙҙо яһалма шыршылар менән биҙәргә кәрәктер? Тере шыршыларҙы, урманда үҫһә лә, питомникта ла, бик йәл бит.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: