Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2021, 16:00

Омикрон Рәсәйгә килеп етте

Ковидтың яңы төрө ике кешелә табылған

Үткән аҙнала Африка илдәрендә билдәләнгән корнавирустың яңы штамы Рәсәйгә лә килеп етте. Омикрон исемен алған штамды илгә индермәү өсөн Африка яҡтарынан ҡайтҡан туристарға ике аҙналыҡ карантин да индерҙеләр.

Бөгөн омикрон шул тарафтарҙан ҡайтҡан ике кешелә табылған.

Омикрон штамы, коронавирустың башҡа шамдарынан айырыла. Ул еҫ һәм тәм һиҙеүҙе алмай. Әммә омикронды йоҡторған кеше хәлһеҙләнә, уның йөрәк тибеше ныҡ тиҙәйә. Табиптар тиҙ таралған был төр ковид буйынса ҙур борсолоуын белдерҙе. Омикрон, иммунитеты көсһөҙ булған ВИЧ-инфекциялы кешеләрҙә мутацияға бирелеп, барлыҡҡа килгән ковидтың төрө тип фаразлана.

Омикрон менән быға тиклем ковид менән ауырығандар ҙа, вакцина эшләткәндәр ҙә ауырыуы ихтимал, тип белдерҙе медицина ғалимдары.

Ошонан сығып Роспотребнадзор Рәсәй халҡын Яңы йыл байрамдарын йорттарында ҡаршыларға, сит илдәргә йөрөмәй торорға саҡырҙы.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: