Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2021, 13:25

Енәйәтселәр тотолдо

Улар полиция хеҙмәткәренә дүрт мәртәбә ата...

Хоҡуҡ һаҡсыларының эше хәүефле булыуы бер кемдә шик тыуҙырмайҙыр. Стәрлебаш районында полиция хеҙмәткәрҙәре закон боҙоусыны ҡулға алырға юллана. Әммә әшнәһе менән ултырған хоҡуҡ боҙоусы ҡаршылыҡ күрһәтә. Енәйәтсе хоҡуҡ һаҡсыһына 4 мәртәбә ата. Артабан был икәү “Волга” машинаһына ултырып ҡаса.

Яралы полиция хеҙмәткәре ашығыс рәүештә дауаханаға килтерелә. Ә республика буйынса “Перехват” операцияһы иғлан ителә. Кисә енәйәтселәр тотолған. Уларға алдағы ҡылған хоҡуҡ боҙоуҙарынан тыш, полиция хеҙмәткәренә һөжүм иткәне өсөн дә яуап бирергә тура киләсәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: