Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2021, 10:35

Бөгөн Ҡояш тотолған көн

Яҙмыштар билдәләнгән көндө нисек үткәрергә, нимә эшләргә ярай, ә  нимәләр бөтөнләй ярамай?

4 декабрҙә Ҡояш тулыһынса тотола. Бындай күренеш һуңғы таҡыр 2003 йылдың ноябрендә күҙәтелгән. Рәсәйҙә йәшәүселәр Ҡояштың тотолғанын күрмәйәсәк. Уны Ер шарының көньяҡ ярыш шарында йәшәгәндәр күрәсәк.

Әммә Ҡояштың тотолоуы, күренһә лә, күренмәһә лә, бар кешеләргә тәҫьҫир яһай икән. Астрологтар был көндө мөһим эштәр башламаҫҡа саҡыра. Шулай уҡ был көн кешеләрҙең яҙмышын әллә нисәмә йылға алдан билдәләп ҡуя икән. Был көндө эшләгән хаталар кешеләр икенсе мәртәбә Ҡояш тотолоуға тиклем эҙәрлекләйәсәк ти асрологтар. Шулай уҡ был көндө быға тиклем хәл итә алмаған проблемаларығыҙ хаҡында уйлап, анализ яһарға кәрәк. Яуаптар табыуы еңел буласаҡ һәм һеҙ дөрөҫ юлдан китәсәкһегеҙ.

Тағы ниҙәр эшләргә ярамай?

- бәхәсләшергә, талашырға,

- арыған килеш руль артына ултырырға,

-сәс ҡырҡырға,

- яңы эш башларға,

- эште алмаштырырға,

-хирургия операцияларын эшләргә,

- күсенергә.

Был көндө ауыр уйҙарҙан ҡотолорға, бар кәрәкһеҙ нәмәләрҙе ташларға, өйҙө йыйыштырып алырға һәм ял итергә кәңәш ителә.

Бына шундай үҙенсәлекле көн ул – Ҡояш тотолоуы.

Ҡояштың өлөшләтә тотолоуы 2022 йылдың 25 октябрендә буласаҡ. Уны беҙҙең республикала йәшәүселәр ҙә күрәсәк.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: