Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2021, 16:10

Арҙаҡлы милләттәшебеҙгә таҡтаташ асылды

Халҡыбыҙ тарихында үҙенең тәрән эҙен ҡалдырған Хәбибулла Ғәбделҡаһир улының тыуыуына быйыл 135 йыл тулыуҙы киң билдәләү һәм исемен мәңгеләштереү маҡсатында йәмәғәтселек әҙиптең һәм йәмәғәт эшмәкәренең тыуған ауылында таҡтаташ асыу зарурлығын күтәреп сыҡты. Айырыуса яҡташыбыҙҙың вариҫтары был тәңгәлдә әүҙемлек күрһәтте, мөҡәддәс эш атҡарып сыҡты...

Арҙаҡлы милләттәшебеҙгә таҡтаташ асылды
Арҙаҡлы милләттәшебеҙгә таҡтаташ асылды

Бөгөн Әбделкәрим ауылында ошо төбәктән сыҡҡан күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шағир һәм драматург, ғалим, Башҡорт Совет автономияһын төҙөүгә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе Хәбибулла Ғәбитовтың яҡты иҫтәлегенә арнап мәктәп бинаһында таҡтаташ асылды. Тантанала БДУ доценты, билдәле ғалим, тарих фәндәре кандитаты Нурислам Ҡалмантаев, фән кандидаттары Әхәт Салихов һәм Рәшит Аҡкөбәков, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан фәндәр акдемияһының “Шәрҡиәт” фәнни-мәҙәни журналы мөхәррире Римма Аҡманова, БДУ-ның Сибай институты директоры урынбаҫары Йәлил Һөйөндөков, ошо уҡ уҡыу йорто доценты, ғалим Фуат Сөләймәнов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Батырша Күсәрбаев, шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, БР Милли музейының бүлек мөдире Юнир Минишев, район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов, Темәс тарихы һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Айҙар Мәжитов, Әбделкәрим ауыл биләмәһе башлығы Илшат Моратов, мәғариф ветераны, ветерандар советы рәйесе Йәмних Ҡашҡаров, ауыл халҡы ҡатнашты.

Башҡортостанда Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә ғәйәт ҙур эштәр башҡарыла, арҙаҡлы милләттәштәребеҙҙең исемдәре мәңгеләштерелә. Халҡыбыҙ тарихында үҙенең тәрән эҙен ҡалдырған Хәбибулла Ғәбделҡаһир улының тыуыуына быйыл 135 йыл тулыуҙы киң билдәләү һәм исемен мәңгеләштереү маҡсатында йәмәғәтселек әҙиптең һәм йәмәғәт эшмәкәренең тыуған ауылында таҡтаташ асыу зарурлығын күтәреп сыҡты. Айырыуса яҡташыбыҙҙың вариҫтары был тәңгәлдә әүҙемлек күрһәтте, мөҡәддәс эш атҡарып сыҡты.

Әйтергә кәрәк, Әбделкәрим халҡы арҙаҡлы яҡташының исемен ҡәҙерләп һаҡлай, уны киләһе быуындарға еткереү өсөн ҙур эш алып бара. Ошо маҡсатта бында шәхес хөрмәтенә төрлө саралар ойошторола. 1996 йылда шағирҙың 110 йыллыҡ юбилейы республика кимәлендә билдәләнде. Ауылдың үҙәк урамына уның исеме бирелгән, мәктәптә музей асылған. Быйыл иһә июнь айында Ғәбитовтарҙың ишле ырыуы Шәжәрә байрамын Хәбибулла Ғәбитов иҫтәлегенә арнап ойошторҙо. Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында үткән Түңгәүер йыйынында ла, район һабантуйында Әбделкәрим ауыл биләмәһе тирмәһен ҡорғанда ла төп тема булып Хәбибулла Ғәбитовтың тормош һәм ижад юлы торҙо.

Хәбибулла Ғәбитов тормош төпкөлөнән – иң ярлы ҡатламдан күтәрелгән әҙип, йәмәғәт эшмәкәре, шәхес. 1886 йылдың 1 майында Әбделкәримдә хеҙмәтсе ғаиләһендә тыуған. 3 йәштә етем ҡалып, Юлыҡта алтын сәнәғәтсеһе Рәмиевтар ғаиләһендә аҫрау бала булып үҫә, шунда башланғыс белем ала. 10-12 йәштәрҙән Таналыҡ станицаһы имам-хатибы Аҡмалетдин ғәбитов ғаиләһендә тәрбиәләнә. “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡый. Верхотур, Иркутск мәҙрәсәләрендә уҡыта. Февраль революцияһының тәүге көндәренән Ырымбурға килеп, азатлыҡ өсөн көрәшкә ҡушыла. Шура составына һайлана, “Башҡорт” гәзитен редакторлай, “Тулҡын” берекмәһен ойоштороуҙа ҡатнаша. 1918 йылда Ырымбурҙа Ш.Бабичтың “Зәңгәр йырҙар”, Х.Ғәбитовтың “Башҡорт моңдары” йыйынтыҡтары тәүләп башҡортса нәшер ителә. Шул йылда Мәскәүҙә Үҙәк мосолмандар комиссариатында башҡорт бүлеген етәкләй. Башҡорт милли хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе, Беренсе Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы була. 1920 йылдан Х.Ғәбитов “Яңы әлиф” комитетында эшләй, “Башҡорт аймағы”, “Яңылыҡ”, “Белем” журналдарын ойоштора. “Әлифба”, алфавит, башҡорт теле дәреслектәре сығарыуҙа ҡатнаша. Тиҫтәләгән шиғыр йыйынтыҡтары баҫтыра, балалар әҙәбиәтендә көсөн һынай, “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” музыкаль драмаһы Башҡорт дәүләт театры сәхнәһендә киң популярлыҡ яулай. Әҙип башҡорт фольклорын туплап баҫтырыуға шаҡтай тос өлөш индерә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шәхес культы осоро бик күп арҙаҡлы милләттәштәребеҙҙең, шул иҫәптән Хәбибулла Ғәбитовтың исемен бик оҙаҡҡа онотолоуға дусар итә. Ул милләтселектә ғәйепләнеп, 1935 йылда Магаданға һөргөнгә ебәрелә, 1939 йылда вафат була.

Халыҡ хәтере – мәңгелек. Хәбибулла Ғәбитовтың исеме лә халҡына дан булып кире әйләнеп ҡайтты. Үҙҙәренең сығыштарында ла тантанала ҡатнашыусылар арҙаҡлы шәхесебеҙҙең республикабыҙ үҫешенә индергән өлөшөн юғары баһаланы, баймаҡтарға арҙаҡлы ул-ҡыҙҙарын күтәрмәләүе, тарихыбыҙға һаҡсыл ҡарашта булғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.

Таҡтаташты асыу хоҡуғы Нурислам Ҡалмантаев, Илгиз Байымов һәм Әбделкәрим ауыл биләмәһе башлығы Илшат Моратовҡа бирелде.

Һуңынан ҡунаҡтар Әбделкәрим мәктәбендә булды, уҡыусыларҙың сығыштарын ҡараны. Мәктәп музейы, Ғәбитовтар шәжәрәһе һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Азамат Мөхәмәтшин.

 

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: