Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
20 Ноября 2021, 10:00

Был ял көндәрендә һаулығығыҙға айырыуса иғтибарлы булығыҙ

Ҡан баҫымы түбән йәки юғары булған кешеләргә күберәк ятырға кәрәк...

Ғалимдар ер шарын геомагнит тулҡындары һөжүм итеүен белдерҙе. Ул кисә кис башланды һәм йәкшәмбе көнөнөң иртәнге 8.00 сәғәткә тиклем дауам итәсәк. Бөгөн кискә магнит тулҡындарының тағы ла көсәйеүе көтөлә.

Табиптар бындай көндә артыҡ көсөргәнешле эштәр эшләмәҫкә, күберәк саф һауала булырға кәңәш итә. Ә ҡан баҫымы түбән йәки юғары булған кешеләргә күберәк ятырға һәм ял итергә кәңәш ителә. Бындай магнитлы көндәрҙә тейешле ваҡыт йоҡлау, һау-сәләмәт тормош алып барыу айырыуса мөһим.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас