Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь , 09:10

Рейдтар дауам итә

Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы һорауҙары буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов Билал биләмәһенә ҡараған ауылдарҙағы сауҙа нөктәләрен ҡарап сыҡты...

Рейдтар дауам итә

Бөгөн республика Башлығы индергән сикләүҙәрҙең икенсе этабы башланды. Сикләүҙәр коронавирустан вакцина эшләтмәгән кешеләргә ҡағыла. Сөнки көндән-көн ауырыуҙар һаны арта, ә вакцина прививка яһатыу һүлпәнәйҙе. Шулай итеп бөгөндән сауҙа үҙәктәре, шәхси музейҙар, күргәҙмә залдары, китапханалар, кинотеатрҙар, концерт залдарына, ҡала-ара автобустарға һәм «Орлан» ҡала-яны поезына прививка тураһында сертификатһыҙ йәки сирҙе үткәреү тураһында белешмәһеҙ билет һатып алып булмай. 4 октябрҙән дәүләт һәм муниципаль музейҙарға, театрҙарға, китапханаларға, мәҙәниәт йорттарына, кинотеатрҙарға, шулай уҡ күп кеше ҡатнашлығындағы спорт сараларына инеү өсөн ошондай сикләүҙәр индерелгәйне.

Республика Башлығының Указы үтәлешен тикшереү, кешеләрҙең тейешле режимды күҙәтеүен тикшереү өсөн район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов менән ҡаланың сауҙа нөктәләрен байҡап сыҡтыҡ. Әйтергә кәрәк, Баймаҡта һатыусылар ғына түгел, ә һатып алыусыларҙың күпселеге лә битлектә йөрөй. Быға үткән аҙналағы район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, шулай уҡ тейешле ойошмалар менән берлектә сауҙа секторы рейдтар ҙа булышлыҡ иткәндер.

Артабан юлыбыҙ Ҡуянтау, Бикеш, Ниғәмәт ауылдарына төштө. Үкенескә ҡаршы, ауылдарҙа магазинға халыҡ бик аҙ йөрөгәнгәме, һирәк кеше сауҙа нөктәһенә битлек кейеп инде. Был хаҡта һорау биргәс, кемдер “нимәгә ул” тип яурынын һелкһә, бәғзеләр “бөгөн генә онотоуын” белдерҙе.

Яңы сикләүҙәрҙе аңлатыу, ковидҡа ҡаршы берҙәм көс менән көрәшеү мөһимлеген аңлатыу маҡсатында аҙна дауамында рейдтар дауам итте һәм итәсәк. Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы һорауҙары буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов Билал биләмәһенә ҡараған ауылдарҙағы сауҙа нөктәләрен ҡарап сыҡты. Азат Булат улы пандемия осоронда магазиндарҙа һаҡланыу саралары, халыҡты хеҙмәтләндереү, Роспотребнадзорҙың яңы ҡарарҙын аңлатты. Ул шулай уҡ коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатыу мөһимлеге һәм башҡа кешеләрҙе борсоған һорауҙарға йәнле әңгәмә лә ҡорҙо.

Сауҙа бүлеге һәм тейешле хеҙмәттәр тарафынан үткәрелгән рейд та һөҙөмтәле булды. Тәүҙә универмагҡа туҡталабыҙ. Бында антиковид инспекторы итеп ҡуйылған хеҙмәткәр ҡаршы алды. Ул ковидтан вакцина яһатыу тураһындағы сертификат йәки ошо ауырыуҙы һуңғы ярты йыл эсендә кисереү йәки ПЦР тест булыу-булмауы тураһында һорау бирҙе. Ыңғай яуап биргәндәр генә сауҙа нөктәһенә үтә алды. “Гранд” сауҙа үҙәгендә лә тәртип булдырылған. Һатыусылар был сикләүҙәр һатыу кимәленә насар йоғонто яһамаҫмы икән тип борсолоуын белдерҙе. Артабан “Арҡайым” сауҙа нөктәһенә туҡталабыҙ. Сауҙа нөктәһенең администраторы Динара Һунаршина үҙенә антиковид инспекторы бурысын алған. Республика Башлығының Указы буйынса индерелгән бар сикләүҙәр күҙәтелә. Был көндө “Мегаполис” сауҙа нөктәһенә инергә теләүселәр бик күп булып сыҡты. Тик уларҙың яртыһы – вакцина яһатмаған. Сикләүҙәрҙе аңлатып, уларҙы индермәгәс, ризаһыҙлыҡ күрһәтеүселәр ҙә, әрләшеп, бинаға үтеп инергә маташыусылар ҙа табылды.

Әлбиттә, сикләүҙәр нисек күҙәтелеүен билдәләү өсөн рейдтар дауам итәсәк. Шулай ҙа һәр кем иң тәүҙә үҙен һәм яҡындарын һаҡлау өсөн барыһын эшләргә тейеш. Һуңғы тәүлектә республикала ковид йоҡторғандарҙың һаны тағы ла ҡырҡа артты. Үлем осраҡтары ла күп. Шуға күрә уйланығыҙ һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова