Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Октябрь , 16:50

Сикләүҙәр – сирҙән һаҡлау өсөн

Республика Башлығының Указы үтәлешен тикшереү, кешеләрҙең тейешле режимды күҙәтеүен тикшереү өсөн район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов менән ҡала һәм райондың сауҙа нөктәләрен байҡап сыҡтыҡ.

Сикләүҙәр – сирҙән һаҡлау өсөн

Бөгөн республика Башлығы индергән сикләүҙәрҙең икенсе этабы башланды. Сикләүҙәр коронавирустан вакцина эшләтмәгән кешеләргә ҡағыла. Сөнки көндән-көн ауырыуҙар һаны арта, ә вакцина прививка яһатыу һүлпәнәйҙе. Шулай итеп бөгөндән сауҙа үҙәктәре, шәхси музейҙар, күргәҙмә залдары, китапханалар, кинотеатрҙар, концерт залдарына, ҡала-ара автобустарға һәм «Орлан» ҡала-яны поезына прививка тураһында сертификатһыҙ йәки сирҙе үткәреү тураһында белешмәһеҙ билет һатып алып булмай. 4 октябрҙән дәүләт һәм муниципаль музейҙарға, театрҙарға, китапханаларға, мәҙәниәт йорттарына, кинотеатрҙарға, шулай уҡ күп кеше ҡатнашлығындағы спорт сараларына инеү өсөн ошондай сикләүҙәр индерелгәйне.

Республика Башлығының Указы үтәлешен тикшереү, кешеләрҙең тейешле режимды күҙәтеүен тикшереү өсөн район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов менән ҡаланың сауҙа нөктәләрен байҡап сыҡтыҡ. Әйтергә кәрәк, Баймаҡта һатыусылар ғына түгел, ә һатып алыусыларҙың күпселеге лә битлектә йөрөй. Быға үткән аҙналағы район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, шулай уҡ тейешле ойошмалар менән берлектә сауҙа бүлеге мөдире Лилиә Кәримова үткәргән рейдтар ҙа булышлыҡ иткәндер. Һәр сауҙа нөктәһендә ҡулдарҙы дезинфекциялау өсөн махсус шыйыҡсалар ҙа урынлаштырылған, салфеткалар ята. Битлек онотҡан кешеләр өсөн бер мәртәбә ҡуллана торғандары ла бар.

Артабан юлыбыҙ Ҡуянтау, Бикеш, Ниғәмәт ауылдарына төштө. Үкенескә ҡаршы, ауылдарҙа магазинға халыҡ бик аҙ йөрөгәнгәме, һирәк кеше сауҙа нөктәһенә битлек кейеп инде. Был хаҡта һорау биргәс, кемдер “нимәгә ул” тип яурынын һелкһә, бәғзеләр “бөгөн генә онотоуын” белдерҙе.

Әлбиттә, сикләүҙәр нисек күҙәтелеүен билдәләү өсөн рейдтар дауам итәсәк. Шулай ҙа һәр кем иң тәүҙә үҙен һәм яҡындарын һаҡлау өсөн барыһын эшләргә тейеш. Һуңғы тәүлектә республикала ковид йоҡторғандарҙың һаны тағы ла ҡырҡа артты. Үлем осраҡтары ла күп. Шуға күрә уйланығыҙ һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова