Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
3 Августа 2021, 11:30

Талҡаҫтағы батырлыҡ

Илдар Арғынбаев ҡаланың 3-сө мәктәбендә физкультура дәресенән уҡыта. “Бер ниндәй ҙә батырлыҡ ҡылманым. Минең урында башҡа берәү булһа, иманым камил, ул да ҡотҡарыр өсөн барыһын да эшләр ине", – ти ул йылмайып.  Афарин, Илдар Таһир улы! Тап һеҙҙең кеүек аҫыл ир-егеттәр күберәк булһын ине. Эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ. 

Талҡаҫтағы батырлыҡТалҡаҫтағы батырлыҡ
Талҡаҫтағы батырлыҡ

Был көн башҡаларынан бер нисек тә айырылмаҫ кеүек ине. Баймаҡтан Динә һәм Илдар Арғынбаевтарға Өфөлә йәшәүсе һеңлеһе балалары менән ҡунаҡҡа  килеп төшә. Тиҙҙән ғаилә ҡунаҡ күрһәтеү өсөн районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған Талҡаҫ күленә юллана. Йәйге эҫе көндә күл буйында рәхәтләнеп ял итергә ҡарар итә улар. 

– Беҙ яратҡан урыныбыҙға туҡтаныҡ. Унда Сибайҙан килгән бер ғаилә ял итә ине инде. Араларында оло йәштәге таяҡҡа таянған инәй ҙә бар. Табын да ҡороп ебәргәндәр, – тип хәтерләй был көндө Илдар Таһир улы. – Шул саҡ теге инәй башына душта кейеп төшә торған башлыҡты кейеп, күлгә инеп китте. Ҡулында таяғы ла бар. Күпмелер ваҡыттан һуң ул инәй йәнә минең иғтибарымды йәлеп итте. Ҡулдарын килбәтһеҙ итеп күтәрә лә төшөрә, аяҡтары ла күренгеләп ҡала. "Батып бара бит!" – тип туғандарына ҡысҡырҙым. "Юҡ, ул шулай йөҙә", – тине улар. Әммә уның хәрәкәттәре йөҙгәнгә оҡшамай ине. Тиҙҙән ҡулындағы таяғы юҡ булды. Һыуға ташландым – инәйҙе тиҙерәк ҡотҡарырға кәрәк ине. 

Пенсия йәшендәге был әбей батып барған урын әллә ни тәрән дә булмай. Әммә яҙа баҫып ҡолағас, ул албырғап ҡала. Башлығы битен ҡаплап, ҡулындағы  таяғы йөҙөп киткәс, аңын юғалтҡандай була. "Сығышым менән мин Түбә ҡасабаһынанмын. Бала сағым ошо күл буйында үтте. Элек арҡырыһын-буйын "һә"  тигәнсе йөҙөп сыға торғайным. Бата башлағас та, бала саҡ күлем мине үҙенә тартып ала, тигән уй башымдан осоп китте. Рәхмәт һеҙгә, ҡотҡарғанығыҙ өсөн!" – тип ул ҡотҡарыусыһына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Илдар Таһир улының ҡатыны ла тик тормай – тиҙ арала "Ашығыс ярҙам" машинаһын саҡырта. 

Илдар Таһир улы инәйҙе һыуҙан алып сыға ла тубығына һалып, тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә әҙерләнә. Тик яҡын кешеһен юғалтыу ҡурҡынысын аңлап  ҡалған туғандары килеп әбейҙе уратып ала. Кемдер илай, бәғзеләр доға ҡыла башлай. "Китегеҙ, ҡамасауламағыҙ!" – тип тынысландырып, башлаған эшен дауам итә. 

Инәй аңына килә. "Рәхмәт, туғаным, әгәр һин булмаһаң, мине әле моргҡа алып киткән булырҙар ине", – тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. 

Илдар Арғынбаев ҡаланың 3-сө мәктәбендә физкультура дәресенән уҡыта. “Бер ниндәй ҙә батырлыҡ ҡылманым. Минең урында башҡа берәү булһа, иманым камил, ул да ҡотҡарыр өсөн барыһын да эшләр ине", – ти ул йылмайып. 

Афарин, Илдар Таһир улы! Тап һеҙҙең кеүек аҫыл ир-егеттәр күберәк булһын ине. Эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ. 

Эльмира Кейекҡужина. 

Һыуҙа батып барған кешене сығарғас, тәүге медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе белергә кәрәк:

1. Тубыҡланған килеш, зыян күреүсенең башы кәүҙәһенән аҫҡа һәленеп торорлоҡ итеп, тубығығыҙға һалығыҙ.

2. Бармаҡты яулыҡ йә туҡыма менән урап, ауыҙының эсен ҡомдан, бысраҡтан таҙартырға. Шул уҡ ваҡытта тын алыу юлдарынан һәм ашҡаҙанынан һыу сыҡһын өсөн йөҙтүбән әйләндереп, кәүҙәһенә баҫып-баҫып алырға. Ҡоҫтороу рефлексын әүҙемләштереү өсөн тел төбөнә лә кинәт кенә ныҡ итеп баҫыуҙың да  файҙаһы бар. 

3. Зыян күреүсе тын алмаһа, ауыҙҙанауыҙға йәиһә ауыҙҙан-танауға яһалма рәүештә тын алдырырға. 

4. Ауыҙына һауа өргәндә быны марля йә яулыҡ аша эшләргә кәрәк. Уның йышлығы минутына 17 тапҡыр булырға тейеш. 

5. Йөрәге туҡтағанда яһалма тын алдырыуҙы йөрәккә массаж менән сиратлап эшләргә. Бының өсөн тын алдырыу араһында күкрәккә 3-4 тапҡыр ныҡ ҡына  итеп баҫырға. Иң яҡшыһы – быны икәүләп эшләү. 

6. Иң мөһиме – бәләгә тарыусыны иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай, йөрәге тибеүҙән туҡтауы ихтимал. Тиҙ арала “Ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ.

 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас