Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2019, 11:59

“Үҫеш нөктәһе” асылды!

Райондың Урғаҙа, Йомаш, Беренсе Төркмән һәм Темәс мәктәптәре уҡыусылары ҙур шатлыҡ кисерҙе. Уларҙа “Мәғариф” милли проектына ярашлы “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылды.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, был проект 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уның һөҙөмтәһе буйынса Рәсәйҙә белем биреүҙә конкурентлылыҡ тыуҙырыу һәм дөйөм мәғарифтың сифаты буйынса иң алдынғы ун ил иҫәбенә инеү планлаштырыла. Бының тап шулай булырына шик юҡ. Сөнки проект уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бының шулай икәненә Урғаҙа мәктәбендә беҙ үҙебеҙ ҙә шаһит булдыҡ. Уларҙың шатлығы менән район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев та уртаҡлашты.
- 2024 йылға тиклем республикала яҡынса 800 “Үҫеш нөктәһе” үҙәге барлыҡҡа киләсәк һәм улар 350 меңдән ашыу баланы йәлеп итәсәк, - тине ул. - Быйыл 133 үҙәкте асыу өсөн федераль бюджеттан 208 млн һум аҡса бүленгән. Тимәк, киләсәктә алдынғы ҡарашлы, үҙ һөнәрен дөрөҫ һайлаған быуын үҫеп сығасаҡ. Бының шулай булырына ышанам.
“Үҫеш нөктәһе” сәнәғәт дизайны, мәғлүмәт технологияһы, хайтек цех, виртуаль ысынбарлыҡ, аэротехнология һәм геоинформатика йүнәлештәре буйынса эшләйәсәк.
Автор фотолары
Читайте нас: