Бөтә яңылыҡтар
Коммуналь хеҙмәт
13 Март , 14:10

Хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде

Бөгөн Баймаҡта Cауҙа, халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү, һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Шул уңайҙан район халыҡ ижады үҙәгендә тантаналы йыйылыш уҙҙы. Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы мәсьәләләре буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһап, ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарының эшмәкәрлегенә анализ яһаны.

Бөгөн Баймаҡта Cауҙа, халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү, һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Шул уңайҙан район халыҡ ижады үҙәгендә тантаналы йыйылыш уҙҙы. Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы мәсьәләләре буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһап, ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарының эшмәкәрлегенә анализ яһаны. Һуңынан бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. “Йылылыҡ селтәре” йәмғиәте водителе Фазылйән Мерәҫовҡа “БР-ҙың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.

Тантана халыҡ ижады үҙәге артистарының сағыу концерт номерҙары менән аралашып барҙы.

Автор: Лилия Такаева
Читайте нас