Бында улар бер ғаилә булып тупланған. Ошонда уҡ йәшәйҙәр, спорт ярыштарында ҡатнашалар, бейейҙәр, йырлайҙар, ҡул эштәре менән булышалар. Республиканың төрлө төбәктәренән килгән оло йәштәгеләр бында ҡайғыһын да, шатлығын да бергә уртаҡлашып көн итә. Көн итә, тием, сөнки, уларҙың барыһының да ҡасандыр үҙ йорттары, ғаиләләре булған. Төрлө урында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандар. Әммә ваҡыт уҙыу менән улар Түбә ауылындағы ҡарттар йортона килеп төпләнгән. Һүҙем – Жанна Ирмәкова етәкселегендәге Темәс ауылындағы “Ихлас” социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең Түбә ауылы филиалы – ҡарттар йорто тураһында.
Һаҡ системаһынан үтеп, ҡарттар йортоноң ихатаһына инәм. Бында шундай таҙалыҡ хакимлыҡ итә. Көҙ етеүгә ҡарамаҫтан, сәскәләр әле лә матурлығын юғалтмаған. Шул ваҡытта икенсе ҡаттағы тәҙрәнән ҡарап торған инәйҙәрҙе күреп, уларға ҡул болғайым. Минең иғтибарҙы күреп, улар ҙа йылмайып, сәләмдәрен ебәрҙе. Ишек төбөнән үк ҡаршы алған хеҙмәткәрҙәр менән эскә үтеп инәм. Бер-ике минуттан мин инәй-олатайҙарҙың ҡамауында ҡалғайным инде.
Әбйәлилдән килгән Мәрйәм инәй бында ун йыл йәшәй. 38 йыл хеҙмәт стажы туплаған. Уға ауыр бала ҡайғыһын да кисерергә тура килгән: дүрт балаһының өсәүһе гүр эйәһе инде. Ул шулай уҡ ҡул эштәре оҫтаһы. Бәйләп тә, тегеп тә йомшаҡ уйынсыҡтар эшләй. Фәрхәт ағай - Хәйбулла районынан. Ҡалала йәшәгән балалары үҙҙәре менән йәшәргә саҡырһа ла, бармаған. Улар телефон аша һәр ваҡыт аралашып тора. Оҙаҡ ваҡыт Күмертау вертолеттар эшләү заводында эшләгән. Шул ваҡыттарҙан уҡ унда хәрби техникаға һөйөү ҡалған. Бөгөн ул төрлө материалдан танк, пушка, машиналар моделдәрен эшләү менән мауыға. Уның уңған ҡулдары еҙ самауыр ҙа, шкатулкалар ҙа тыуҙырған. Ә инде Сибайҙан килгән Валерий исемле ағай был һүҙҙең ысын мәғәнәһендә – ювелир. Бөтөнләй икенсе һөнәр эйәһе булыуға ҡарамаҫтан, уның оҫта ҡулдары сынъяһау итеп төҫлө таштарҙан ҡаш ҡуйып беләҙектәр, балдаҡтар эшләй. Уларҙы ҡарттар йорто хеҙмәткәрҙәренә, килгән ҡунаҡтарға ихлас бүләк итә. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ ундай матурлыҡты – биҙәнеү әйберҙәрен сауҙа нөктәләренән һатып алабыҙ.
75 йәшлек Әбделәхәт ағай Бикбулатов гәзитебеҙҙең әүҙем йәмәғәт хәбәрсеһе. Ҡарттар йортонда уҙған төрлө саралар тураһындағы мәҡәләләре “Һаҡмар”ҙа даими донъя күрә. Төрлө матбуғатта баҫылып сыҡҡан яҙмаларын ул йыйып альбом сығарған.
Ә бына Шишмә районынан килгән Феликс ағай быға ҡәҙәр республикалағы бөтә ҡарттар йортонда ла йәшәп сыҡҡан. Һайланып йөрөп-йөрөп, Түбәлә төпләнеп ҡалыуҙы хуп күргән. “Бында йәшәү шарттары ла, мөнәсәбәт тә яҡшы. Һағынып китһәм, берәй айлап яҡындарым эргәһендә булып китәм, - тине ул. - Күстәнәстәрен тейәп, үҙҙәре лә хәл белешергә килә”. Артабан ул һәр балаһы, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштары хаҡында ғорурланып һөйләне.
Юлай ағай ҙа Хәйбулланан. Ул Афғанстан яуын үткән яугир. Чернобыль фажиғәһен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан. Ҡыйыу йөрәкле кисәге яугир “Ҡаһарманлыҡ өсөн” ике миҙал менән наградланған. Иҫтәлекле көндәрҙә уның да янына килеп, бүләк-күстәнәстәр тапшырып китәләр. Әнүәр ағай тыуған яғы Бөрйән районына кире ҡайтҡанға ҡәҙәр оҙаҡ йылдар Өфө ҡалаһында йәшәгән. Күптән түгел генә бында килеп урынлашҡан. Ә бына Ишбулды ағай бер ваҡыт та ғаилә ҡормаған. Бар тормошон эш менән уҙғарған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмер көҙөн дә ул яңғыҙы ҡаршылай. Һөҙөмтәлә, ҡарттар йортона килергә мәжбүр булған.
Әйткәндәй, Ишбулды ағай кеүек үк, төрлө сәбәптәр арҡаһында, тормош юлын яңғыҙ уҙғандар күп. Бында улар яҡлау һәм таяныс тапҡан. Йылына бер тапҡыр булһа ла яҡындарына ҡунаҡҡа барып ҡайталар, йәки күстәнәстәрен тейәп, балалары килеп китә. Иң мөһиме – оло йәштәгеләр бында яңғыҙлыҡ тойғоһо кисермәй.
- Түбә ҡарттар йортонда илле бер кеше йәшәй, шуларҙың алтауһы – ҡатын-ҡыҙ, - тине мөдир Зәмзәнә Буранбаева. - Башлыса Хәйбулла һәм Бөрйән райондарынан килгәндәр. Фельдшер Мәүлиҙә Карабандина уларҙың һаулығы һағында тора. 28 кешенең төрлө инвалид төркөмө бар, дүртәүһенең беренсе төркөм. Гөлиә Әбйәлилова ҡул эштәре түңәрәген алып бара. Уның етәкселегендә ҡатын-ҡыҙҙар тегә лә, сигә лә, бәйләй ҙә. Уларға ир-егеттәр ҙә ҡушыла.
Әйткәндәй, бында был һүҙҙең ысын мәғәнәһендә тормош ҡайнап тора. Бина утын менән йылытылғанлыҡтан, ир-егеттәр утынды ярып, өйөп бирә. Аҙна һайын мунса яғып әҙерләйҙәр. Бында Ринат һәм Нәзир ағайҙар хеҙмәткәрҙәрҙең беренсе ярҙамсыһы. Биләмәне сүп-сарҙан таҙартыу өсөн бергәләп экологик өмәгә сығалар. Әле баҡсаларында үҫтереп алған сейә, алманан һут, ҡайнатма, ә йәшелсәләрҙән турама әҙерләгәндәр. Киләһе йылдан баҡсаны ҙурайтырға иҫәп тоталар.
Яҡын арала Жанна Зөбәйер ҡыҙының инициативаһы менән бында кулинария бүлмәһе асыласаҡ. Был ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙҙәре теләгән аш-һыуҙы бешереп алыу мөмкинлеген бирәсәк. Әлеге ваҡытта уларҙың теләге буйынса ашнаҡсылар төрлө ризыҡтар әҙерләй.
Бында йәшәүселәр араһында сәләмәт тормош алып барыусылар ҙа бар. Төрлө спорт ярыштарында ҡатнашалар. Бигерәк тә волейболда уйнарға яраталар. Районда уҙған шашка буйынса ярышта ҡатнашып, призлы урын яулайҙар.
Түбә ҡарттар йорто, тип ҡараһаҡ та, бында тормош ҡайнап тора. Күңелдәре тулып киткәндә Ғәфүрйән ағай ҡулдарына баянын алып дәртле көйҙәр һыҙҙыра. Уларға моңло тауышлы Гөлнур апай ҡушылып, йырлай. Иң мөһиме - ғүмер көҙҙәрендә улар бер-береһенә терәк, таняс булып йәшәй.