Ғаилә йылы
30 Сентября , 10:15

Ололаһаң олоно...

Ололар көнө алдынан Һәмән ағинәйҙәр рәйесе Фәһимә Һибәтуллина етәкселегендәге ойошма ағзалары Фәриҙә Асҡарова, Рәмилә Әминева, Гөлгөнә Асҡарова, Тәнзилә Мурзина, Гөлшат Нурғәлина, Илүзә Аҡназарова кеүек изге күңелле ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә Темәс психо-неврология интернатына ҡараған Түбә ауылындағы ҡарттар йорто тәрбиәләнеүселәре янына барҙыҡ һәм ололарға иғтибар һәм йылы мөхит бүләк иттек. 

Добавить в предпочтительные источники Google

Ололар көнө алдынан Һәмән ағинәйҙәр рәйесе Фәһимә Һибәтуллина етәкселегендәге ойошма ағзалары Фәриҙә Асҡарова, Рәмилә Әминева, Гөлгөнә Асҡарова, Тәнзилә Мурзина, Гөлшат Нурғәлина, Илүзә Аҡназарова кеүек изге күңелле ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә Темәс психо-неврология интернатына ҡараған Түбә ауылындағы ҡарттар йорто тәрбиәләнеүселәре янына барҙыҡ һәм ололарға иғтибар һәм йылы мөхит бүләк иттек.

Күңелдәрҙе йылытырлыҡ йырҙарҙы ағинәйҙәрҙең күмәк башҡарыуы, Фәриҙә Асҡарова, Гөлшат Нурғәлиналарҙың музыкаль сәләме, Билал ауыл китапханасыһы Райхана Булатованың нәфис һүҙҙәре ҡарттар йортонда йәшәгән ололарҙың йөрәгенә үтеп инде. Улар был күркәм сараны ҙур ихласлыҡ менән ҡабул итте.

Өйҙә бешерелгән тәмлекәстәр, күстәнәстәр, бүләктәр, китаптар һәм гәзит-журналдар ҙа ҡунаҡтарҙан бүләк булып килде. Был бүләктәр ҡарттарҙың көндәлек тормошон яҡшыртыуға, рухи донъяһын байытыуға булышлыҡ итеренә ышанабыҙ.

Шулай уҡ, үҙе бара алмаһа ла, күстәнәстәрен ебәреүсе Нурзиә Йәнгилдинаға, һәм беҙҙе үҙ машиналарында алып барыусы Кәбир Һибәтуллин менән Данил Нурғәлиндарға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙҙе йылы ҡаршы алып, оҙатып йөрөүсе Түбә ауылындағы ҡарттар йорто хеҙмәткәрҙәренең эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Түбин ауылындағы был осрашыу — ололарға хөрмәт һәм иғтибар, изгелек күрһәтеүҙең асыҡ бер миҫалы булып тора. Ололарға, ата-әсәйҙәребеҙгә ҡарата иғтибар, ихтирам хистәре мәңге һүнмәһен. Бер-беребеҙгә ҡарата миһырбанлы, ярҙамсыл, итәғәтле булайыҡ.

Ололаһаң олоно...
Ололаһаң олоно...
Автор:Лилия Такаева