Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
22 Октябрь 2022, 19:02

Ҡаҙ өмәләре башланды

Әхмәр ауылында ҡаҙ өмәләре башланған. Был хаҡта социаль селтәрҙә Миңза Ишйәрова белдерә. Тулыраҡ беҙҙең сайтта. 

Әхмәр ауылында ҡаҙ өмәләре башланған. Был хаҡта социаль селтәрҙә Миңза Ишйәрова белдерә. -Күршеләремә рәхмәт! Ҡаҙ өмәһе гөрләттек. Имен-һау ашарға яҙһын! Һау булайыҡ, бергә булайыҡ, донъялар тыныс торһон! - тип яҙа Миңза апай. Амин! Шулай булһын! Көндәр һыуытыу менән, ҡаҙ өмәләре башлана. Халҡыбыҙҙың матур йолаларына ярашлы, был өмәгә иң уңған, егәрле ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла. Уларҙың тилбер ҡулдары тиҙ арала эште тамамлап та ҡуя. Ә һеҙҙең яҡтарҙа ҡаҙ өмәләре башландымы?

Ҡаҙ өмәләре башланды
Ҡаҙ өмәләре башланды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас в