Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
4 Ғинуар 2022, 23:49

Матур ғаилә - ил күрке

Кәрешкә ауылында йәшәүсе Зилә Әхмәтова үҙенең күркәм юбилейын билдәләй

Матур ғаилә - ил күрке
Матур ғаилә - ил күрке

Кәрешкә ауылынан Зилә һәм Фирғәт Әхмәтовтар бар ғүмерҙәрен тыуған төйәген үҫтереүгә арнаған, намыҫлы хеҙмәттәре менән хаҡлы абруй ҡаҙанған ғаиләләрҙең береһе.

Фирғәт Юлай улының барлыҡ тормош юлы урындағы хужалыҡ менән бәйле.Ул "Сибай" совхозында малсы, чабан, сирек быуат механизатор булып эшләй.Бүлексә механигы һәм идарасыһы кеүек яуаплы вазифалар ҙа биләй ул.Тапшырылған һәр эште намыҫлы башҡарыуы менән абруй һәм хөрмәт ҡаҙана.

Зилә Вәлиулла ҡыҙы ла маҡтаулы хеҙмәт юлы үтә.Хужалыҡта быҙау ҡараусы, һауынсы була, оҙаҡ йылдар Кәрешкә клубы мөдире вазифаһын уңышлы атҡара.Ауылдың мәҙәни тормошон байытыуға тос өлөш индерә.Һуңынан медпунктта һәм мәктәптә эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Әхмәтовтар үҙҙәре кеүек уңған, эшһөйәр балалар тәрбиәләп үҫтерә.Бөгөн улар кесе улдары Линарҙың ғаиләһе менән бергә йәшәй.Линар Фирғәт улы фермерлыҡ менән уңышлы шөғөлләнә.

Ошо көндәрҙә Зилә Әхмәтова үҙенең матур юбилейын билдәләй.Уны ғүмер байрамы менән ҡотлап, теләктәрҙең изгеләрен еткерәбеҙ.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас в