+7 °С
Ямғыр
Билдәле булыуынса, Яңы йыл алдынан Басайҙа яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды.Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы Таһир Мәүлитов, Күсей ауыл биләмәһе башлығы Мөхәмәт Әбсәләмов ҡатнашты.
Унда сығыш яһап, Фәнис Ғәбдрәшит улы Басай ФАП-ы мөдире Илүзә Кәримоваға һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн район хакимиәтенең Почет грамотаһын тапшырҙы.
Илүзә Кәримова бына 36 йыл инде һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй, намыҫлы хеҙмәте менән халыҡтың
ихтирамын яулаған.Яңы ФАП-тың асылыуына ауыл халҡы ғына түгел, ул да бик ҡәнәғәт."Ең һыҙғанып эшләү өсөн хәҙер бөтә мөмкинлектәр бар", - ти ул шатланып.