+6 °С
Ямғыр
Районда һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялау әүҙем дауам итә.Былтыр Күгиҙел, Йәрмөхәмәт, Басай ауылдарында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылһа, быйыл иһә 6 ФАП файҙаланыуға тапшырыласаҡ.Атап әйткәндә, яңы медицина учреждениелары Ҡолсора (ул былтыр уҡ төҙөлгәйне), Сәйғәфәр, Ишмөхәмәт, Мерәҫ, Богачевка, Ишмырҙа ауылдарында барлыҡҡа киләсәк.Был хаҡта үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы Таһир Мәүлитов белдерҙе."2025 йылға тиклем районда 23 яңы ФАП төҙөләсәк, улар "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты ярҙамында төҙөлә", - тип билдәләне Таһир Вилүр улы.