Басай ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды.Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы Таһир Мәүлитов, ауыл халҡы ҡатнашты.Фәнис Ғәбдрәшит улы билдәләүенсә, был объект "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты ярҙамында Башҡортостан Башлығының хәстәрлеге менән асыла.Былтыр 4 ФАП асылһа, быйыл - икәү.Киләһе йылда 5 ФАП файҙаланыуға тапшырыласаҡ.Район башлығы басайҙарҙы ихлас тәбрикләне, Басай ФАП-ы мөдире Илүзә Кәримова һәм Әхмәр ФАП-ы мөдире Зөлфирә Яхинаға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Таһир Вилүр улы һаулыҡ һаҡлау өлкәһен модернизациялау буйынса атҡарылған эштәргә туҡталып, 2025 йылға тиклем районда 23 ФАП төҙөләсәген белдерҙе.Ул даими ярҙамы һәм хәстәрлеге өсөн республика һәм район етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.