Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
27 Декабрь 2021, 17:49

Түбәнге Яйыҡбайҙа мәҙәни-спорт үҙәге асылды

Бөгөн ауылда мәҙәни саралар, спорт уйындары ойоштороу, хоккей уйнау өсөн мөмкинлектәр булдырылды, уларға ауыл халҡы үҙ көсө менән иреште

Түбәнге Яйыҡбайҙа мәҙәни-спорт үҙәге асылды
Түбәнге Яйыҡбайҙа мәҙәни-спорт үҙәге асылды

Түбәнге Яйыҡбай ауылында мәҙәни, спорт-һауыҡтырыу үҙәге асылды.Тантанала Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Рәсих Хәмитов, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов, "Ремстрой" ЯСЙ-һының генераль директоры Рафаэль Исмәғилев, ауыл халҡы ҡатнашты.

Билдәле булыуынса, Түбәнге Яйыҡбай ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында еңеү яуланы һәм 5

млн һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды.Был

аҡсаны улар мәҙәни, спорт-һауыҡтырыу үҙәге төҙөүгә йүнәлтте."Ремстрой" ЯСЙ-һы иһә төҙөлөш эштәрен мәлендә һәм сифатлы итеп атҡарып

сыҡты.

Тантанаға ауылдың имам-хатибы Рәмил Хәсәнов фатиха биргәндән һуң, ҡунаҡтар халыҡты үҙәк асылыуы менән ихлас тәбрикләне, яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы.Ауыл

тормошонда әүҙем ҡатнашҡандарға Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталары, төҙөлөшкә тос

өлөш индергәндәргә район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Үҙәкте асыу хоҡуғы Фәнис Әминев, Рафаэль Исмәғилев һәм Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Булат Тайбугинға бирелде.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас в