Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
24 Декабрь 2021, 11:19

Клубта бөтөн уңайлыҡтар тыуҙырыла

Мәҙәниәт йорто яңы ҡоролмалар, уйын ҡорамалдары менән тулыланды

Клубта бөтөн уңайлыҡтар тыуҙырыла
Клубта бөтөн уңайлыҡтар тыуҙырыла

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев Беренсе Төркмән ауылы халҡы менән осрашҡанда урындағы мәҙәниәт йортона ла ярҙам итергә вәғәҙә биргәйне.Бөгөн ошо маҡсатта учреждениеның матди-техник базаһын нығытыу әүҙем дауам итә.Ошо көндәрҙә мәҙәниәт йортона экраны менән проектор, 2 колонкалы аппаратура, 2 өҫтәл теннисы, баян, думбыра һәм 6 пар милли кейем тапшырылды.Бер үк ваҡытта китапхана яңы китаптар менән тулыланды.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас в