+6 °С
Ямғыр
Ауыл халҡы менән осрашыу ваҡытында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев хоккей ҡумтаһы эшләтеүҙе үҙ иңенә алғайны.Әйткән һүҙ - атҡан уҡ.Оҙаҡламай бында спорт объектын төҙөүгә тотондолар, унда Баймаҡтан физкультура-һауыҡтырыу комплексы, күрше Әхмәр һәм Күсей ауылдары тренерҙары, ауыл халҡы ла әүҙем ҡатнашты. Кисә хоккей ҡумтаһын төҙөү эштәре тамамланды.