Билдәле булыуынса, быйыл Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы “Сылтыр шишмә” акцияһы иғлан иткәйне. Был проекттың маҡсаты – район биләмәһендәге барлыҡ йылға-инештәрҙе асыҡлау һәм уларҙы кәртәләп алыу, изге һәм мөҡәддәс эшкә ауыл биләмәләрен, халыҡты, етәкселәрҙе, ситтә йәшәүсе яҡташтарҙы әүҙем йәлеп итеү, тыуған тәбиғәтебеҙгә һаҡсыл ҡараш булдырыу.
Ошоға тиклем был йәмәғәт ойошмаһы “Мул һыулы Һаҡмар” һәм “Ҡоролтай аллеяһы” акциялары иғлан итеп, ҙур эш атҡарып сыҡҡайны. Ауыл биләмәләре араһында ойошторолған “Сылтыр шишмә” конкурсы ошо башланғыстарҙың дауамы булып тора һәм, һис шикһеҙ, тәбиғәтебеҙҙе ниндәйҙер кимәлдә һаҡлауға үҙенең өлөшөн индерәсәк.
Рәсүл Сәлимов етәкләгән Семеновск ауыл биләмәһе “Сылтыр шишмә”гә районда иң беренсе булып ҡушылды. Ҡушылды, түгел, ә маҡсатлы дауам итте, тип яҙыу дөрөҫөрәктер. Сөнки Рәсүл Фәрит улының ныҡышмалылығы, тырышлығы менән ауыл биләмәһендә һуңғы ике йылда 12 (!) шишмә кәртәләп алынған. Һәм бөгөн дә был маҡсатлы эш дауам итә.
Ошо көндәрҙә район Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов Монасип ауылында булып, бында “Сылтыр шишмә” акцияһының барышы менән яҡындан танышты, халыҡ менән аралашты. Был ауыл, ысынлап та, шишмәләргә бик бай икән. Бында 19 йортта барлығы 60 кеше йәшәй, уларҙы тыуған төйәгенә, тәбиғәтенә булған һөйөү берләштерә. Монасиптар шишмә-инештәрҙе тәртиптә тотоу, уларҙың тирә-яғын ҡыйҙан таҙартыу, биләмәһен кәртәләп алыу буйынса өмәләрҙә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Әлбиттә, был эштәрҙе ойоштороуҙа ауыл биләмәһе башлығының хеҙмәте ҙур.
Һуңғы осорҙа бында Ҡутырлы тау итәгендә ике инеш, Ирәндек һырты буйында Һабантуй шишмәһе кәртәләп алынған, һуңғыһын тәртипкә килтереү өсөн биләмә башлығы Семеновск руднигы менән килешеп 40 тонна ҡырсынташ та түшәткән. Ауылдан 2 саҡырым алыҫлыҡта сығып ятҡан Йәйләү һәм Байсура ла быйыл кәртәләп алынған. Тау итәгендә халыҡ “Китайка” тип йөрөткән шишмә лә тиҙҙән яңы һулыш аласаҡ.
Монасип ауылы үҙе лә һыу объекттарына бик бай. Мәктәп эргәһендәге ике шишмә сығып ята, улар тәрбиәле тотола. Ә инде ауылға терәлеп ятҡан “Монасип” паркы үҙе бер мөғжизәгә тиң – бынан дүрт шишмә сылтырап ағып ята. 2 гектар майҙанды биләгән был ағаслыҡ былтыр ауыл биләмәһенең һәм ауыл халҡының берҙәм көсө менән кәртәләп алына, ике инеш бурап алына. Унда ҡайын, ерек, тал, муйыл ағастары, еләк, бөрлөгән үҫә. Ауыл халҡы уны һәр саҡ тәрбиәләп тота. Беҙ барған көндө лә монасиптар өмәгә сыҡҡан ине. Хәсән Моталлапов һәм Айнур Үлйәбаев менән бергә өмәлә мәктәп уҡыусылары Йәмил Моталлапов һәм Ғәфүр Солтанғолов та ҡатнаша ине. Даими хәстәрлек күреү үҙенең емештәрен бирмәй ҡалмай, әлбиттә, - шишмәләр ағып сығып, ауыл янында ҙур быуа барлыҡҡа килтерә.
Йылдан-йыл ҡоролоҡ ҡотора барған, яуым-төшөм булмаған, һыу объекттары ҡороған мәлдә шишмәләрҙе кәртәләп алыу, тәбиғәтебеҙгә һаҡсыл ҡарау ысын батырлыҡҡа тиң һәм Монасип ауылы халҡы башҡаларға өлгө булып тора. Был тәңгәлдә эште оҫта ойошторған Семеновск ауыл биләмәһе башлығы Рәсүл Фәрит улы Сәлимов үҙен ысын мәғәнәһендә илһөйәр һәм тыуған төйәге мәнфәғәтендә ал-ял белмәй эшләүсе уңған етәксе итеп танытты. Ысын ир-егет шулай була!
Азамат Мөхәмәтшин.