Күгиҙел ауылы үҙенең бай тарихы, билдәле шәхестәре, илһөйәр һәм берҙәм халҡы менән таныулы.Күгиҙелдәр тыуған төйәген үҫтереү маҡсатында изге эштәр атҡара, бар ауылды йәлеп итә.
Быйыл Күгиҙел ауылы район Ҡоролтайы иғлан иткән "СӘЛӘМӘТ АУЫЛ" коркурсында ҡатнаша һәм ғәйәт ҙур эштәр алып бара. Ошо маҡсатта бында күп саралар ойошторола.Ауылда төҙөкләндереү, юлдарҙы ремонтлау буйынса ҙур эштәр атҡарыла.Ошо көндәрҙә урындағы ФАП биләмәһен кәртәләп алыу өсөн бағаналар ултыртылған, бында Юлай Боҫҡонов менән Ирәмән Сөләймәновтың хеҙмәте ҙур.
Ауыл биләмәһе хакимиәте һәм ауыл халҡы мәктәп янында спорт майҙансығы төҙөргә ҡарар иткәйне.Ошо арала ир-егеттәр буласаҡ майҙансыҡ биләмәһен кәртәләп алды.
Күгиҙелдәр Ҡоролтай иғлан иткән "Сылтыр шишмә" акцияһына әүҙем ҡушылды һәм Төпһөҙ ҡоҙоҡ
һәм Йәншишмәне яңынан кәртәләп алған.Был тәңгәлдә Рәсүл Хәлисов, Фәнил Кәримов, Йәмил Ғүмәров ҙур эш атҡарып сыҡҡан.Бөтә был эштәрҙе ойоштороуҙа ауыл старостаһы Марат Дауытбаевтың хеҙмәте ҙур.Шулай уҡ дин әһелдәре Ғәле Маннапов һәм Илдус Мәһәҙиев Мәсет ҡоҙоғон кәртәләп алған.
Афарин, күгиҙелдәр!