2021 йылдың 28 июлендә Республиканың муниципаль райондарында "Сәләмәт ауыл" проекты старт алды. Проекттың операторы -- БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығыны, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы, «Башҡортостан республикаһының гигиена һәм эпидемиология үҙәге» Һаулыҡ һаҡлау федераль бюджет учреждениеһы "Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре советы” ассоциацияһы менән берлектә.
Проект маҡсаты - COVID-19 яңы короновирус инфекцияһына ҡаршы халыҡтың коллектив иммунитетын формалаштырыу өсөн вакцина һалдырғандарҙың һанын арттырыу.
"Сәләмәт ауыл" проектында Республиканың барлыҡ ауылдары, ауыл медицина хеҙмәткәрҙәре, старосталар, йәмәғәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашша ала.
"Сәләмәт ауыл" проекты 28 июлдн 31 авгусҡа тиклем ғәмәлгә ашырыла. Проектҡа 2021 йылдың 15 сентябренә тиклем йомғаҡлау яһала.
Проектта бәләкәй, урта һәм 200-ҙән 3 меңгә тиклем халҡы булған ҙур ауылдар ҡатнаша. 24 ҡатнашыусы бүләкләнәсәк. Тәүге урындарҙы алған дүрт еңеүсегә 450-әр мең һум аҡса бүленә, икенсе урын алған һигеҙ ауыл 400-шәр мең һум, һәм, йәнә 12 ауыл 350-шәр мең һум аҡсалата бүләк аласаҡ.
Бынын тыш проектта ауылда вакцинация өсөн яуап биргән медицина хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ прививка кампанияһына йәлеп иткән ауыл старосталары һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре айырым бүләкләнә. Медицина хеҙмәткәрҙәре премияһы 15 мең һум, ә ҡалғандары 10 мең һум тәшкил итә. Барлығы 25 медицина хеҙмәткәрҙәрен һ.б. әүҙем халыҡты наградлау ҡаралған.
Лидерҙар түбәндәге критерийҙар буйынса һайлап алына:
ауыл халҡы араһынан: ауылда йәшәгән халыҡтың 80%-тан күберәгенә (медотвод алғандарҙы иҫәпләмәгәндә);
медицина хеҙмәткәрҙәре, старосталар, йәмәғәт хеҙмәткәрҙәре араһында: мәғлүмәти эш алып барыу (акциялар, саралар, һөйләшеүҙәр һ.б. үткәреү).
"Сәләмәт ауыл" проекты положениеһы менән
ошонда баҫып ("Сәләмәт ауыл" проекты положениеһы [303,33 Kb] танышырға була.