Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Декабрь 2021, 10:50

Азат Шәрипов: “Эштәр маҡсатлы ойошторола”

-Беренсе Төркмән ауылындағы шәхси секторҙа һәм фермер хужалыҡтарында малдарҙың йоғошло төйөрлө дерматит ауырыуы асыҡланған мәлдән алып беҙҙең райондың ветеринария хеҙмәте, район хакимиәте етәкселәре һәм белгестәре был төбәктән ҡайтып ингәне юҡ. Тәбиғи, мәсьәлә даими контролдә тотола, көн һайын Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы, район хакимиәте етәкселеге, райондың ветеринария хеҙмәте ҡатнашлығында штаб ултырышы үткәрелә.

Азат Шәрипов: “Эштәр маҡсатлы ойошторола”
Азат Шәрипов: “Эштәр маҡсатлы ойошторола”

Баймаҡ районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы  буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов Беренсе Төркмән ауылында йоғошло төйөрлө дерматит ауырыуын бөтөрөү, белгестәр тарафынан малдарҙы вакцинациялау, биләмәлрәгә дезинфекция үткәреү, сходта ҡабул иткән ҡарарҙарҙы үтәү тураһында һөйләй:

-Беренсе Төркмән ауылындағы шәхси секторҙа һәм фермер хужалыҡтарында малдарҙың йоғошло төйөрлө дерматит ауырыуы асыҡланған мәлдән алып беҙҙең райондың ветеринария хеҙмәте, район хакимиәте етәкселәре һәм белгестәре был төбәктән ҡайтып ингәне юҡ. Тәбиғи, мәсьәлә даими контролдә тотола, көн һайын Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы, район хакимиәте етәкселеге, райондың ветеринария хеҙмәте ҡатнашлығында штаб ултырышы үткәрелә. Унда көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелә.

Әле  ветеринария хеҙмәткәрҙәре Беренсе Төркмән тирәләй 20 км радиустағы ауылдар малына икенсе тапҡыр вакцина һалыуҙы тамамланы. Кисә иһә артабан 10 км радиустағы ауылдарға сыҡтылар. 

Беренсе тапҡыр вакцина эшләүҙе тамамлағас, ветеринарҙар 10-20 көн уны икенсе мәртәбә һалып сыға. Шул уҡ ваҡытта йәш малға – 3 ай, өлкән һыйыр малына 6 ай эсендә ревакцинация эшләү мотлаҡ. Тап ошо ветеринар талапты мал аҫраусылар яҡшы аңлаһын һәм мотлаҡ үтәһен ине. Яңы тыуған быҙауға ла, һарыҡ һәм кәзә бәрәсенә лә вакцина эшләтергә кәрәк. Прививканың бер ниндәй ҙә кире эҙемтәһе юҡ.

Вакцина һалынған мал һөтөн эсергә, итен ашарға яраймы, тигән һорауҙар күп. Мөмкин, прививканың кире эҙемтәһе юҡ.Тик шуны онотмайыҡ: ситтән ит индерергә ярай, әммә ауылдан мал аҙығы сығарыу ҡырҡа тойола.

Беренсе Төркмән ауылы янындағы утилләштерелгән мал һалынған соҡорҙо кәртәләп алыу эштәре алып барыла.

Бер үк ваҡытта ауылдағы социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә етди иғтибар бүленә. Хоккей ҡумтаһын төҙөү башланды: соҡор ҡаҙылды, тейешле төҙөлөш материалдары килтереү башланды, бағаналар ултыртыла. 29 декабрҙә иһә боҙ ҡаласығын асыу, балалар өсөн бал-маскарад, уларға Яңы йыл кулектары таратыу ойоштороласаҡ. 

Азамат Мөхәмәтшин әҙерләне.  

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас в