+8 °С
Болотло
Беренсе Төркмән ауылы халҡы менән осрашыуҙа район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев мәктәптә милли көрәш буйынса секция асылыуы һәм тренер штаты булдырылыуы тураһында хәбәр иткәйне.Әйткән һүҙ - атҡан уҡ.Бөгөн мәктәптә милли көрәш буйынса секция эшләй, унда 5-10 класс уҡыусылары теләп шөғөлләнә.
Ошо көндәрҙә унда Баймаҡ балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары Венер Нәбиев һәм Айгиз Яҡшыбаев булып, милли көрәш буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.