Үткән аҙнала Баймаҡ районын һәм республиканы шаулатҡан ваҡиға булды – Моҡас ауыл биләмәһенең Беренсе Төркмән ауылындағы шәхси секторҙа һәм фермер хужалыҡтарында һыйыр малының йоғошло төйөрлө дерматит менән ауырыу осрағы теркәлде.Һәм шул ваҡыттан алып бөгөнгәсә был төбәктә эпизоотик хәл ҡатмарлы булып ҡала. БР Ветеринария идаралығы, район хакимиәте тарафынан афәтте “ауыҙлыҡлау”, уның башҡа ауылдарға таралыуына юл ҡуймау өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә, халыҡ менән осрашыуҙар үткәрелә.
Кисә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башлыҡ Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев етәкселегендәге делегация Төркмән ауылы халҡы менән осрашып, проблеманы хәл итеү юлдарын өйрәнде, мәсьәләләрҙе уртаға һалып тикшерҙе. Делегация составында БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Ольга Кабанова, БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры урынбаҫары Валерий Белов, БР Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев эшләне.
-Ауыл халҡы ысын мәғәнәһендә бәләгә юлыҡты, тип билдәләне Урал Таһир улы, - сөнки мал бында төп йәшәү сығанағы булып тора.
Әлбиттә, республика етәкселеге төркмәндәрҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ, ваҡытында хәстәрлек күреләсәк. Малдарын тапшырған барлыҡ ғаиләләр Яңы йылға тиклем компенсация аласаҡ. Шуға күрә компенсацияны ошо ваҡытҡа тиклем алыу, әлегә малын тапшырмаған кешеләргә лә бәйле.
Шул уҡ ваҡытта ҡаза күргән ғаиләләр өсөн аҙыҡ-түлек йыйылмаһы биреү ҙә ойоштороласаҡ. Ауылда магазин асып, унда арзан аҙыҡ-түлек менән һатыу итеү мәсьәләһе лә өйрәнелә. Район хакимиәте тарафынан төркмәндәргә төрлөсә ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә..
Сходта ауыл халҡын борсоған башҡа мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Урамдарҙы яҡтыртыу, урындағы мәктәптең ҡыйығын яңыртыу, хоккей ҡумтаһы эшләү, ауылға газ үткәреү, мәҙәниәт йортон бильярд, өҫтәл теннисы менән тәьмин итеү, колонкаларҙы ремонтлау кеүек актуаль һорауҙар яңғыраны. Бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы, уларҙы хәл итеү юлдары өйрәнелде. Осрашыуҙан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды.