Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Июль 2021, 10:08

Башҡортостан фермерҙары 154 млн һумдан ашыу аҡса аласаҡ

Башҡортостан Республикаһы фермерҙарына инвестицион ярҙам күрһәтеләсәк. 2021 йылда «Агростартап» грант проекты сиктәрендә 154,27 млн һум аҡса бүленәсәк. БР Ауыл хужалығы министрлығы конкурс комиссияһы грант ала торғандарҙы һайлап алды ла инде. 200 фермерҙың 50-һенең бизнес-пландары иң күп балл йыйып, үҙ проектарын ғәмәлгә ашырыу өсөн субсидия аласаҡ. 

Башҡортостан фермерҙары 154 млн һумдан ашыу аҡса аласаҡ
Башҡортостан фермерҙары 154 млн һумдан ашыу аҡса аласаҡ
 
 
- Төбәккә бөгөн үҙ продукцияһын етештереп, шул уҡ ваҡытта уны эшкәртә лә алған ауыл эшҡыуарҙары кәрәк, - тип БР Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдерҙе. – Киләсәктә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙе ике тапҡырға арттырырға планлаштырабыҙ. Ә «Агростартап» грант проектын алыусылар быға булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ. 

Мишкә районының умартасыһы, шәхси эшҡыуар, Виктория Хазиева КФХ-һы башлығы уҙған йыл 3 млн һум грант алып, үҙенең инвестицион пландарын тормошҡа ашырған. Виктория Хазиеваның проекты 2,5 йылда үҙ-үҙен аҡлаған. Алынған аҡсаға ул бал продукцияһын фасовкалау өсөн ҡуллана. Йылына ул 2.5 тонна балды файҙалы ҡушылмалары менән берлектә тултырырға ҡарар итә. Бынан тыш хужалыҡ бал ҡортон һатып алыуға тотоноп,  700 инә бал ҡортон үҫтереп, һатыуға ла сығарҙы. «Үҙеңдең көсөң менән генә быларҙың барыһын да атҡарып сығып булмаҫ ине. Ауыл хужалығы министрлығы бүлгән аҡса ярҙамында алға ҡуйған маҡсатыбыҙға ирешә алабыҙ».

Уҙған йылда 68 яңы эш башлаған ауыл хужалығы эшҡыуарҙары «Агростартап» грант проектында ҡатнашып, 211,5 млн һум аҡса алды.

Мәғлүмәт:
«Агростартап» гранты «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы» төбәк проекты буйынса бүленгән аҡсаға бүленә. Уны яңы эш башлаған һәр ауыл хужалығы эшҡыуары ота ала. Һайлап алыу процесын һәр кем онлайн трансляциянан күҙәтә ала. 
 
Башҡортостан фермерҙары 154 млн һумдан ашыу аҡса аласаҡ
Башҡортостан фермерҙары 154 млн һумдан ашыу аҡса аласаҡ
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас в