Бөтә яңылыҡтар

Ауырыу күпкә ҡурҡыныс төҫ алды...

Үкенескә ҡаршы, яҙғыһын сигенгән төҫлө булып күренгән тажлы үләт яңынан шаша башланы. Бының Баймаҡ ковид госпитале һәр саҡ тулы булыуы, аҙна һайын үлем осраҡтарының теркәлеүе лә дәлилләй. Төрлө мәжлестән һуң бергә булған ҡунаҡтарҙың тажлы үләт менән дауаханаға килтерелеүе лә уйға һалырға тейеш...

Ауырыу күпкә ҡурҡыныс төҫ алды...

Кисә республика Башлығы үткәргән оператив кәңәшмәлә вице-премьер Максим Забелин һуңғы тәүлектә коронавирус менән тағы 253 кеше ауырып китеүен белдерҙе. Дөйөм алғанда, пандемия башланғандан алып был сиргә 46961 кеше дусар булған. Стационар дауаланыу алған 621 кешенең 73-ө – үтә ауыр хәлдә. Пандемия башланғандан алып 734 ауырыу мәрхүм булған, һуңғы тәүлек эсендә биш кеше үлгән.

Ил буйынса коронавирустан 154601 кешенең ғүмере өҙөлгән. Әлеге ваҡытта донъя буйынса, шул иҫәптән Рәсәйҙә, республикабыҙҙа ла тажлы үләт менән ауырыу осраҡтарының артҡандан-арта барыуы күҙәтелә. Ошоға тиклем сир өлкәндәрҙе генә аяҡтан йыҡһа, хәҙер йәштәр ҙә, балалар ҙа күпләп ауырый. Был ауырыуҙың икенсе, күпкә ҡурҡыныс төҫ алыуын күрһәтә. Сөнки быға тиклем балалар ауырыһа ла, сирҙе тоймай ҙа үткәреп ебәрә ине. Хәҙер кескәйҙәрҙә лә баш ауыртыуы, температура, эс китеүе, ҡоҫоу, хәлһеҙлек күҙәтелә.

Йәйге ял, балаларҙың каникулы үткәнсе мөмкин тиклем күберәк кешене вакцинациялау ғына ауырыуҙы ауыҙлыҡларға мөмкинселек бирәсәк, ти белгестәр. Әммә әлегә вакцина яһатыуҙан коллектив иммунитет барлыҡҡа киләсәк процентҡа һаман да барып етә алмайбыҙ. Шуға күрә кисәге көндән коронавирусҡа ҡаршы төрлө сикләүҙәр индерелде, ә хеҙмәт министрлығынан вакцина яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе етәксе эштән ситләтә алыуы тураһында хәбәр иттеләр. Һаулығы буйынса вакцина яһата алмағандарҙы ситтән тороп йәғни дистанцион форматта эшләтеү ысулдары ла ҡарала.

Башҡортостанда 873140 кеше вакцинаның тәүге компоненты, ә 570950 граждан икенсе компонентын да эшләткән. Алтмыш йәште үткәндәр араһында прививка яһатыусылар 179 меңде тәшкил итә. Шулай уҡ республикаға авиатранспорт менән “СпутникЛайт” вакцинаһы килтерелгән. Тиҙҙән ул республиканың вакцина яһау пункттарына таратыласаҡ.

Йыш ҡына кешеләрҙән: “Ни өсөн миңә вакцина яһатырға? Мин тажлы үләт менән ауырып, һауыҡтым, тимәк, тәнемдә ауырыуға ҡаршы матдәләр бар”,-тигән һүҙҙәре ишетергә тура килә.

Был хаҡта эпидемиолог Ольга Ненастина бына ниндәй аңлатма бирҙе: “Кешеләрҙең тәбиғи иммунитеты вирусҡа тиҙерәк ҡаршы тора, әммә ул кеше ошоға тиклем ауырыған штамм менән генә көрәшә ала. Тимәк, һеҙ бер нисә ай элек ауырыған коронавирусты йоҡтороу осрағында ғына һеҙҙең иммунитет сиргә ҡаршы тора аласаҡ. Әммә тажлы үләттең һуңғы осорҙа әллә нисәмә төрлөгә төрлөләнеүе билдәле, төрлө штамм ҡалҡып сыҡты. Шулай уҡ тажлы үләт менән ауырығандарҙың иммунитеты ныҡ ҡаҡшай. Яңынан ауырыған осраҡта ул сиргә ҡаршы яҡшылып көрәшә алмай. Өҫтәүенә тажлы үләтте башҡа ауырыуҙарҙан айырып та булмай. Кешелә коронавирус икәнлеген билдәләү өсөн ҡәҙерле минуттар юғалтыла. Вакцина иммунитетты вирустар барлыҡҡа килеү менән шунда уҡ көрәшкә йүнәлтә. Шуға күрә прививка төрлө штамға ҡаршы ла эффектив. Вакцина яһатҡан кешеләрҙең коронавирусҡа ҡаршы матдәләре ярты йылдан һуң да юғары була. Ә тажлы үләтте вакцинаһыҙ кисергәндәрҙә был күҙәтелмәй. Шуға күрә тик вакцина яһатып ҡына был беҙ ҡурҡыныс ауырыуҙы туҡтата алабыҙ”.

Үкенескә ҡаршы, яҙғыһын сигенгән төҫлө булып күренгән тажлы үләт яңынан шаша башланы. Бының Баймаҡ ковид госпитале һәр саҡ тулы булыуы, аҙна һайын үлем осраҡтарының теркәлеүе лә дәлилләй. Төрлө мәжлестән һуң бергә булған ҡунаҡтарҙың тажлы үләт менән дауаханаға килтерелеүе лә уйға һалырға тейеш. Шуға күрә һәр кем һаҡланыу сараларын теүәл үтәһен һәм вакцина эшләтеү мәсьәләһен кисектермәһен ине.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова