Һаҡмар
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Пандемия
15 Марта 2022, 06:10

Башҡортостанда сикләүҙәр ҡала әле

Республикала эпидемиологик сараларҙы йомшартыу тураһында һөйләргә иртәрәк, тип белдерҙеләр Роспотребнадзорҙан

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда сикләүҙәр ҡала әлеБашҡортостанда сикләүҙәр ҡала әле
Башҡортостанда сикләүҙәр ҡала әле

Мэр Сергей Собяниндың указы менән 15 марттан Мәскәүҙә битлек кейеү режимы һәм башҡа ковидҡа ҡаршы сикләүҙәр бөтөрөлә. Быға ҡарата Роспотребнадзорҙың республика идаралығы аңлатма бирҙе.

«Башҡортостанда коронавирус менән сирләү осраҡтары кәмей, һуңғы аҙнала 25 процентҡа аҙыраҡ. Шул уҡ ваҡытта һуңғы тәүлектә 1702 осраҡ асыҡланған, был — юғары күрһәткес, эпидемиологик сараларҙы йомшартыу тураһында һөйләргә иртәрәк. Ковидҡа ҡаршы саралар буйынса ҡарарҙар Башҡортостан Башлығы етәкселегендәге оператив штабта ҡабул ителә», —тип белдерҙе Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак.

Башҡортостанда сикләүҙәр ҡала әле
Башҡортостанда сикләүҙәр ҡала әле
Автор:Гузель Салихова