Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял
5 Ғинуар 2022, 10:31

Атанан күргән - уҡ юнған

Ҡуянтау ауылында спортты юлдаш итеп алған шәп ғаилә - Иҫәновтар ғаиләһе йәшәй. Ғаилә башлығы Сәлим Марат улы Иҫәнов балаларына өлгө булып тора.

Атанан күргән - уҡ юнған
Атанан күргән - уҡ юнған

Сәлим Марат улы бала саҡтан спорт менән шөғөлләнә. Йәйҙәрен ул рәхәтләнеп йүгерә, ҡыштарын саңғыла йөрөй. Ул ғүмерен мәктәптә балаларға спорт тәрбиәһен биреп үткәрә. Әле ул хаҡлы ялда. Шуға ҡарамаҫтан әле лә спорттан айырылмай. Әйткәндәй, улы Салауат та спортты үҙ иткән. Халыҡтың "Атаһынан күргән - уҡ юнған", тип әйткән әйтеме тап Иҫәновтар ғаиләһенә төбәп әйтелгәндәй тойола. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: