Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
17 Июнь 2022, 23:00

Өлкәндәргә әкиәт

Бер бик бай егеттең өс йөрөгән ҡыҙы булған. Барыһы ла килеп тороп матур, яҡшы икән, тей. Егет уларҙың кемеһенә өйләнергә белмәй аптыранған. Унан әмәлен тапҡан...

Өлкәндәргә әкиәт
Өлкәндәргә әкиәт

Бер бик бай егеттең өс йөрөгән ҡыҙы булған. Барыһы ла килеп тороп матур, яҡшы икән, тей. Егет уларҙың кемеһенә өйләнергә белмәй аптыранған. Унан әмәлен тапҡан. Ҡыҙҙарҙы йыйып алған да: “Мин һеҙҙең һәр берегеҙгә 5 мең доллар бирәм.Үҙегеҙҙе минең ҡатыным икән тип күҙ алдына килтерегеҙ. Был аҡсаны нисек тотонор инегеҙ? Шуға ҡарап берегеҙҙе кәләш итеп һайлап алам”,-тигән.

Беренсе ҡыҙ матурлыҡ салонына йүнәлгән. Макияж, маникюр, педикюр эшләткән, унан ҡиммәтле кейем һатып алған. Егеткә килгән дә: “Мин бар аҡсаны үҙемә тотондом. Сөнки һинең өсөн генә иң матур булғым килә. Сөнки мин һине бик яратам”,-тип белдергән.

Икенсе ҡыҙ электрон магазинына барып иң сифатлы көнкүреш техникаһы һәм ҙур телевизор һатып алған. “Ҡәҙерлем, мин был бүләктәрҙе һинең өсөн һатып алдым. Сөнки мин һине бик яратам”,-тигән.

Өсөнсө ҡыҙ аҡсаны биржаға һалған, унан икеләтә күбәйтеп, бер өлөшөн яңы эшкә һалған. Ә икенсе өлөшөн егетенә биргән һәм: “Һөйөклөм, мин аҡсаны беҙҙең киләсәгебеҙ өсөн һалып ҡуйҙым. Сөнки мин һине бик яратам”,-тип егеткә һыйынған.

Егет ҡыҙҙарҙың кемеһе аҡсаны дөрөҫ тотонған тип баш ватҡан-ватҡан да һөҙөмтәлә ... иң ҙур түшлеһен кәләш итеп алған.

Шуға күрә төрлө һынамыш-имтихандарға түгел, ә йөрәгегеҙгә ышанығыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: