Һаҡмар
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
13 Февраль 2022, 23:45

Төндә тертләйем

#Төнгө_Һаҡмар Төндә ҡайһы саҡ тертләп уянам. Ҡайһы саҡ тертләһәм дә уянмайым. Ни өсөн икәнен аңлап та етмәйем. 

Төндә тертләйем
Төндә тертләйем

Эйе, ысынлап та, төндә күптәребеҙ тертләп уяна. Ҡулыбыҙ ҡалтырай, ҡайһы саҡ аяҡ. Хатта тәнебеҙ ҡалтыранып киткән осраҡтар ҙа була. Әйтерһең упҡынға осоп барам... 

Күп осраҡта кеше ойоп барғанда тертләй. Был мәлдә мейе кешегә тынысланырға, иҙерәргә була, тип әйткәндәй була. 

Шул уҡ ваҡытта кешенең мускулдары ҡыҫҡара. Шуға ла ҡалтыраныу, тертләү барлыҡҡа килә. 

Шулай уҡ мускулдар ҡыҫҡарыуы ауыр көндән һуң да булыуы ихтимал. Әгәр ошондай ҡалтыраныуҙар йыш ҡабатламаһа, артыҡ борсолмағанда ла була. 

Хәйерле төн! Татлы төштәр күрегеҙ!

 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: