Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
6 Июнь 2019, 18:31

Июнь

Хәҙер инде ер йәшелләнеп, йылы йәйге көндәр тулы кимәлдә хакимлыҡ итә лә башланы. Көндәр төндәрҙән тағы ла оҙонораҡ була бара. Ҡояштың нурҙары көнбайышта юғалып бөтөүгә, көнсығышта күренә лә башлай. Бына шулай, шау-шыулы июнь килә ергә. Көндөҙҙәрен ҡоштар балаларына ашарға эҙләһә, төндәрен һәм таңдарын таң ҡалдырып һайрайҙар. Ә бына кәкүк ай аҙағына саҡырыуын туҡтата. Халыҡта уйынлы-ысынлы итеп: “Кәкүктең тамағына арыш тығылды”, -- тиҙәр.

Июнь (Junius — «Юнон айы») — йылдың алтынсы, йәйҙең тәүге айы. 30 көндән торған дүрт айҙың береһе булып тора.
Хәҙер инде ер йәшелләнеп, йылы йәйге көндәр тулы кимәлдә хакимлыҡ итә лә башланы. Көндәр төндәрҙән тағы ла оҙонораҡ була бара. Ҡояштың нурҙары көнбайышта юғалып бөтөүгә, көнсығышта күренә лә башлай. Бына шулай, шау-шыулы июнь килә ергә. Көндөҙҙәрен ҡоштар балаларына ашарға эҙләһә, төндәрен һәм таңдарын таң ҡалдырып һайрайҙар. Ә бына кәкүк ай аҙағына саҡырыуын туҡтата. Халыҡта уйынлы-ысынлы итеп: “Кәкүктең тамағына арыш тығылды”, -- тиҙәр.
Хәҙер инде ағастар сәскәһен ҡойоп, емешкә төрөнә башланы. Тап шул мәл йүкә сәскә ата. Ай урталарында алланып турғай еләге бешә башлай. Ул бөтөүгә ҡарай ер еләге ҡыҙара.
Ғәҙәттә июнь ҡоро килә. Дөрөҫ, ҡайһы саҡ ямғырҙары ла булғылай. Улары ла ҡойоп, биҙрәнән ҡойған кеүек яуа. Борсағы ла һорап тормай, дөбөрҙәтеп яуып та китә. Артынса еле иҫеп, ҡояш ҡыҙҙырып, ҡойо-бысраҡтың әҫәрен дә ҡалдырмай. Ә һауа... сафланып китә бындай саҡтарҙа. Күкрәп тултырып һулап туйып булмай!
Йәйҙең тәүге айы булыуға ҡарамаҫтан кемдер бесәнгә төшә. Емеш-еләк бешә. Рауза, пион кеүек ҡыҙыл төҫлө сәскәләр ата.

Халыҡ календарына күҙ һалайыҡ


Томра июндә аҡ бәшмәк уңмаҫ.
Июндәге ямғырҙар алтын тауға тиң.
Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла.
Июндә төндәр йылы торһа, уңыш мул була.
Май – ҡыуаныс, июнь – бәхет.
Июнь йылыһы ҡама тундан наҙлыраҡ.
Июндә ҡыуаҡ төбөндә лә йоҡо тәмле.
Йылы июнгә балыҡ та шатлана.
Июндә аҙыҡ аҙ булһа ла йәшәүе күңелле: сәскә ата, һандуғас һайрай.
Июндә урамда буш, баҫыуҙа тулы була.
Июндә тапҡан еләктең береһен ауыҙға ҡабып, икенсеһен өйгә алып ҡайталар.
Июндә туғайҙан салғы тотоп үтһәң, июль баҫыуҙан ураҡ тотоп үтерһең.
Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр.

Июндә байрамдар


1 Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө.
2 Мелиораторҙар көнө.
4 Ураҙа ғәйете. Халыҡ-ара агрессиянан зыян күргән гөнаһһыҙ балалар көнө.
5 Экологтар көнө. Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте яҡлау көнө.
6 Рәсәйҙә Пушкин көнө.
8 Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө. Бөтә донъя океандар көнө.
9 Туҡланыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө. Халыҡ-ара дуҫтар көнө.
10 “Союзмультфильм” киностудияһының тыуған көнө.
11 Һыра ҡайнатыусылар көнө.
12 Рәсәй Федерацияһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө.
14 Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө. Миграция хеҙмәткәрҙәре көнө. Халыҡ-ара блогерҙар көнө.
15 Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
16 Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө.
22 Хәтер көнө.
23 Халыҡ-ара Олимпия көнө.
25 Моряктар көнө.
26 Халыҡ-ара наркоманияға ҡаршы көрәш көнө.
27 Рәсәй йәштәре көнө.
Читайте нас в