Һаҡмар
+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңы кәсеп
19 Февраль 2021, 16:38

Репост эшлә һәм бүләк от!

#ҺаҡмарконкурстарРепост эшлә һәм бүләк от! Ҡәҙерле дуҫтар! Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә, ир-егеттәр өсөн дә берҙәй кәрәкле һәм файҙалы булған эко продукцияны оторға теләк булһа, ошо яҙманы диуарығыҙға алып ҡуйығыҙ. Фәриҙә Йәноҙаҡова тәҡдим иткән был эко-таҙалыҡ продукцияһы һеҙҙең кухняғыҙҙа тоғро ярҙамсығыҙ булып ҡалыр. Набор эсендә «Экспертное очищение», 500 мл кухня өсөн средство, тимерҙе таҙарта торған крем, бәҙрәф өсөн гель, ванна бүлмәһентаҙарта торған средство, һауыт-һаба йыуыу өсөн концентрат, кухня өсөн еҫте бөтөрә торған һабын, спрей бар. «Ни өсөн тап «Фаберлик»ты һайланың?» -- тигән һорауға Фәриҙә Ғәйзулла ҡыҙы: «Селтәрле маркетты һайлаһаң, Рәсәйҙекенә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Бында тауар әйләнеше үҙебеҙҙең илдеке. Кемдер ҡаршы ла төшөр был һүҙҙәргә. Эйе, тауар етештереүсеһе – донъялағы танылған бренд. Әммә ул Рәсәйҙә фасовкалана. Шуға ла хаҡы күпкә осһоҙораҡ. Помада, күҙ буяҡтары, колготкалары Италияныҡы, кер йыуыу порошогын Германия һәм Нидерландия етештерә. Шулай уҡ «Фаберлик» кейемдәр менән дә һатыу итә. Әйткәндәй, әгәр размеры тап килмәһә, кире ҡайтарып була. Сифаты оҡшай, һәр кем алырлыҡ хаҡ ҡуйыла», -- тип яуаплай.

«Күңелеңдең асыҡ булыуы мөһим»

Ҡасандыр селтәрле маркет тураһында ишетеп тә белмәй инек. Унан һуң ҙур сумкалар тотоп, ойошмалар буйлап брендлы косметика тәҡдим иткән кешеләр үҙҙәрен, селтәрле бизнес алып барабыҙ, тип таныштыра башланы. Йылдар уҙған һайын ул термин беҙҙең көнкүрешебеҙҙе тулыһынса тиерлек ялмап алды. Хәҙер косметиканы интернеттан һәр теләгән кеше заказ менән алдыра ала. «Орифлейм», «Эйвон», «Фаберлик» кеүек һәм башҡа компаниялар менән таныш булмаған кеше бик һирәк осрай.

Сығышы менән Буранбай ауылынан булған Фәриҙә Ғәйзулла ҡыҙы Йәноҙаҡова ҡасандыр селтәрле бизнесҡа ҡулланыусы булараҡ ҡына килеп инә. «Фаберлик» компанияһында теркәлеп, 4 йыл тирәһе үҙенә оҡшаған сифатлы косметиканы һатып ала башлай. Янында йөрөгән әхирәттәре, коллегалары алдан аҡса түләп заказ менән алдыра башлайҙар. «Продукция сифатлы булғас, тәҡдим итергә лә кәрәкмәй ине. «Үҙем ҡулланам, ғәләмәт шәп», тип әйтеү ҙә етә ине», -- тип хәтерләй Фәриҙә ул йылдарҙы.

«Барыһы ла бөгөнгөләй күҙ алдымда. Сибай педагогия училищеһын «ҡыҙыл диплом»ға тамамланым. Буранбайға ҡайтып, инглиз теленән балаларҙы уҡыта башланым. Унан Шүлкәгә кейәүгә сыҡтым. Аҙаҡ ғаиләбеҙ менән Сибайға күсеп килдек. 10-сы мәктәптә уҡытыусы булып эшләүемде дауам иттем. Ул саҡта бер маркет (исемен әйтеп тормайым) менән ҡыҙыҡһына башланым. Продукцияһы шәп булһа ла, хаҡы ҡыйбат ине. Шулай ҙа был эш күңелемә шул тиклем ныҡ оҡшаны, уҡытыусы эшен яратһам да китергә ҡарар иттем», -- тип хәтерләй ул ғүмеренең был йылдарын. Мәктәп директоры Фәриҙә Ғәйзулла ҡыҙын эштән ебәрергә ашыҡмай. «Башыңды эйеп беҙгә кире киләһең бит!» -- тип кире күндерергә тырыша. Яңылыҡ артынан ынтылған күңелен был һүҙҙәр туҡтата алмай. Ысынлап та, уңа алмай. Эше алға бармай. «Балалар төшөмә инә торғайны. Үткәргән дәрестәремде һағындым. Әммә директорҙың һүҙҙәре ҡолағымда яңғырап тик торҙо. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, мәктәп системаһына әйләнеп ҡайтманым», -- ти йылмайып Фәриҙә Йәноҙаҡова. Сибай филармонияһына администратор булып эшкә төшә. Декрет отпускыһына тиклем ошонда эшләй. 2016 йылда, сабыйына 1 йәш тулғас, интернетты өйрәнә башлай. «Фаберлик» компанияһына теркәлә һәм беренсе баҫҡыстағы килемгә сыға. Ҡулына алған аҡса балалар пособиеһынан саҡ ҡына әҙерәк булып сыға. Был ваҡыт декрет отпускыһы ла тамамланып өлгөрә. «Минең алдымда ике юл бар ине: йә эшкә сығырға, йә инде юлға һалған эшемде дауам итергә. Был ваҡытта минең компаниянан алған килем эш хаҡымдан ике тапҡырға күберәк ине. Шуға оҙаҡ уйлап тормай эштән китеү тураһындағы ғаризаны тотоп индем. Тағы бер аҙҙан килемем өс тапҡырға артты», -- тип шатлыҡлы мәлдәре менән уртаҡлашты.

«Ни өсөн тап «Фаберлик»ты һайланың?» -- тигән һорауға Фәриҙә Ғәйзулла ҡыҙы: «Селтәрле маркетты һайлаһаң, Рәсәйҙекенә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Бында тауар әйләнеше үҙебеҙҙең илдеке. Кемдер ҡаршы ла төшөр был һүҙҙәргә. Эйе, тауар етештереүсеһе – донъялағы танылған бренд. Әммә ул Рәсәйҙә фасовкалана. Шуға ла хаҡы күпкә осһоҙораҡ. Помада, күҙ буяҡтары, колготкалары Италияныҡы, кер йыуыу порошогын Германия һәм Нидерландия етештерә. Шулай уҡ «Фаберлик» кейемдәр менән дә һатыу итә. Әйткәндәй, әгәр размеры тап килмәһә, кире ҡайтарып була. Сифаты оҡшай, һәр кем алырлыҡ хаҡ ҡуйыла», -- тип яуапланы.

Уңыш сере менән дә уртаҡлашып үтте: «Селтәрле маркетҡа ынтылыусылар күп, әммә унда күңеле асыҡ булған кешеләр генә тороп ҡала ала. Үҙ эшеңде яратыуың, һатып алыусыңды ҡайғырта белеүең күпкә торошло. «Һатһам булды» тигән принцип бында бармай. Әгәр һин бер тапҡыр килгән кешенең даими һатып алыусың булыуын теләһәң, уның талаптарына яуап бирерҙәй генә тауар тәҡдим итергә тейешһең. Шулай уҡ күптәр селтәрле маркетты әле булһа ла ҙур сумкалар тотоп, ойошманан-ойошмаға йөрөү, тип белә. Был төптө яңылыш фекер. Тауар һатып ҡына байып булмай. Интернет менән эшләй белергә кәрәк. Яңынан-яңы клиенттар йәлеп итеү мөһим. Тап шунан килемгә сығаһың. Төп инструмент – интернет. Офлайн һәм онлайн интернет-проекттар бар. Беҙҙә, ғәҙәттә, «сарафан» радиоһы аша эшләйҙәр. Ҙурыраҡ ҡалаларҙа (унда кешеләр улай уҡ аралашмайҙар) онлайн эшләйҙәр. Әйткәндәй, йыл һөҙөмтәләре буйынса мин эшләгән структура иң яҡшылар рәтендә билдәләнде. Яңы исемдәр асылды, премиялар бирелде. Пандемия күптәргә финанс көрсөк менән бәйле булһа, беҙгә, киреһенсә, уңыш, үҫеш алып килде. Шөкөр, юлымда яҡшы кешеләр генә осрай. Бының өсөн мең рәхмәтлемен!» – ти ул.

Эйе, ысынлап та, Фәриҙә Ғәйзулла ҡыҙы заказ менән яҙҙырған продукцияһын алырға килгән һәр кешене асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала. Мөмкин тиклем бонустарҙы ҡулланырға өйрәтә, кәрәкле төркөмдәргә лә теркәп ебәрә. Фәриҙә Йәноҙаҡова интернет селтәрендә лә бик әүҙем эшләй. «Инстаграмм» (https://www.instagram.com/farida.yanuzakova?r=nametag) һәм «Бәйләнештә» (https://vk.com/faridafl) сайттарында уның подписчиктары көндән-көн арта бара.

Киләсәктә Фәриҙә Йәноҙаҡоваға уңыштар, һаулыҡ, юғары үрҙәр генә юлдаш булһын, тип теләйек.

Читайте нас в