Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
3 Декабрь 2021, 19:20

"Ҡара көс мине үҙенән ебәрмәй..."

Ә бит егетте наркотикты тәүҙә тартырға, унан энә менән ҡулланырға уның... ике туған апаһы өйрәтә. Ҙур ҡалала йәшәгән ул ҡыҙҙың хәҙер СПИД-тың һуңғы стадияһы менән ауырыуы билдәле...

Кеҫәһендә наркотик табылып, хөкөм ителгән егеттең яҙмышы ла күп йәштәрҙе уйға һалһын ине. Ул да хөкөм залында һөйләүенсә, тәүҙә “еңел” наркотиктарҙан башлай. “Артабан был “кайф” етмәгәс, көслөрәктәрен ҡуллана башланым”,-тине ул. Егеттең тормошона күптән ҡул һелтәүе, тиҙерәк үлгеһе килеүе лә йәнде әрнетте. 23 йәшлек наркоман туғыҙ кеше бер энә ҡулланғанда ВИЧ-инфекцияһы менән дә зарарланған. Төрмәлә ундайҙарҙы айырыуса ҡурҡыныс һынауҙар көткәнен ул яҡшы аңлай ине. Шуға күрәлер инде һуңғы һүҙ бирелгәс: “Бер генә теләгем бар—наркотикты артыҡ доза ебәреп үлеү. Сөнки мине төрмәлә барыбер үлем көткәнлеген яҡшы аңлайым. Исмаһам, былай һуңғы “ләззәтте” татып, ыҙаламай үлер инем”,-тип иланы ул.

Етеш ғаиләлә тәрбиәләнгән, мәктәптә лә яҡшы уҡыған был баланың юлдан яҙыуын ата-әсәһе лә, туғандары ла, яҡындары ла һиҙмәй ҙә ҡала. Ә бит егетте наркотикты тәүҙә тартырға, унан энә менән ҡулланырға уның... ике туған апаһы өйрәтә. Ҙур ҡалала йәшәгән ул ҡыҙҙың хәҙер СПИД-тың һуңғы стадияһы менән ауырыуы билдәле.

Эйе, наркотик ҡулланыусылар иртәме-һуңмы, барыбер хөкөм алдына баҫа. Тик бына ошо үлемде һатып, сереп байығандар ғына тотолмай. Хоҡуҡ һаҡсыларының ҡулына кәсеп итеүселәрҙең дә “вағы” эләгә. Күрәһең Ҡытайҙағы кеүек наркотик менән кәсеп итеүселәр өсөн үлем язаһын индереү генә Рәсәйҙе наркомания ҡоллоғонан ҡотҡара аласаҡ. Ҡытайҙа наркотик менән кәсеп итеүсене генә түгәл, ә бар ғаилә ағзаларын үлем көтә. Ҡаты хакон халыҡтың һаулығын һәм ғүмерен һаҡларға ярҙам итә.

Күпселек осраҡта наркомандар ВИЧ-инфекцияһына дусар була. Был уларҙың бер энә ҡулланыуы, бәйһеҙ енси тормош алып барыуының һөҙөмтәһе. Наркотик һаҡлаған өсөн хөкөм эскәмйәһенә эләккән йәш ирҙең генә түгел, ә уның гражданлыҡ ҡатынының яҙмышы ла аяныслы. Тәүҙә яратҡан кешеһенең наркотиктар ҡоло икәнлеген белмәй ул. Белгәндән һуң барыбер һөйгәне янында ҡала. Әсә кеше улының тормошонда шундай ышаныслы ҡыҙ барлыҡҡа килеүенә һөйөнөп бөтә алмай. Йәштәр бергә йәшәй башлай. Ҡыҙҙың ата-әсәһе буласаҡ кейәүҙәренең наркоман икәнлеген белгәс тә, ғәзиз балаларын алып ҡайтырға теләй. Тик ғашиҡ ҡыҙ бер кемде лә тыңламай. Наркотиктарҙы ташларға вәғәҙә биргән һөйгәненә ышанып йәшәй. Егеттең берсә иҫ киткес һәйбәт, ә ҡайһы саҡта ҡурҡыныс яһил кешегә әүерелеүенә лә күнегә. Наркотик таба алмаған сағында ул фатирҙағы бар әйберҙе ҡыйрата, ҡыҙға ла ҡул күтәреүҙән тартынмай. Аҡылына килгәс, һис ни булмағандай ғәфү үтенә. Ҡыҙҙарының ыҙалыҡ менән тормош көтөүен ишеткән ата-әсә уны ҡайтырға өгөтләй. Ул риза булмағас: “Улай булғас, йәшә наркоманың менән! Беҙгә килеп тә йөрөмә!”-тип унан баш тарталар.

Тиҙҙән йәш ҡатын үҙенең ауырлы икәнлеген белә. Ҡыуанысынан нимә эшләргә белмәй, шатлығын һөйгәненә, уның әсәһенә еткерә. Буласаҡ атай был хәбәрҙе ишеткәс наркотиктарҙан баш тартырға вәғәҙә бирә. Уларҙың тормошонда ниндәйҙер мәлгә һиллек урынлаша. Тик был оҙаҡҡа бармай. Йәш ир вәғәҙә-анттарын онотоп йәнә наркотиктар ҡуллана башлай. Ҡыҙының ауырлы икәнлеген ишеткән әсәһе уны аборт эшләтергә өгөтләй. “Күрәләтә ауырыу бала табырға уйлайһың бит! Наркомандан кем тыуасағын аңлайһыңмы һин?! Ул да бит наркотик ҡоло буласаҡ!”-тип илай.

Тик йәш ҡатын бер кемде лә тыңларға теләмәй. Сираттағы УЗИ ваҡытында, буласаҡ сабыйын экран аша ҡарап ултырған табиптың йөҙө үҙгәреп китеүен күрә. Врач, янына тағы ла бер кешене саҡырып, экранға текәлә. Йәш ҡатын ниндәйҙер ҡайғы килеүен тоя. Табиптар уға буласаҡ сабыйының умыртҡа һөйәгенең булмауын, бала тыуғас та үләсәген хәбәр итәләр. Шуға күрә уны төшөрөргә кәрәклеген әйтәләр. Үҙен әсә итеп күреп хыялланған йәш ҡатын был бәхетһеҙлекте күтәрә алмай. Дауаханала оҙаҡ ятырға тура килә уға. Күңел-йәне тамам ҡаҡшаған йәш ҡатын ата-әсәһе янына ҡайта, кисә өҙөлөп һөйгән егеткә ҡрата нәфрәт тойғолары уяна.

Был донъяла бер нәмә лә осраҡлы түгел. Күп ҡайғы кисергән йәш ҡатынды ла фәрештәләре һаҡлап ҡала, күрәһең. Яңғыҙ ҡалғандан һуң күп тә үтмәй йәш ир ВИЧ-инфекцияһын йоҡтора. Унан һуң инде суд эскәмйәһенә эләгеп, бер нисә йылға иркенән мәхрүм ителде.

 

Эйе, ни тиклем ауыр булһа ла, иҫ киткес ихтыяр көсөн талап итһә лә, наркотиктарҙан баш тарта алғандар ҙа бар. Шундай кешеләрҙең береһенең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалығыҙ: «Ниндәйҙер бер яуыз көс “тағы берҙе генә рәхәтлек кисереп ҡара” тип ҡоторта кеүек. Шундай саҡта үҙемдән-үҙем ҡурҡып китәм, үткәнемде, көсһөҙлөгөмдө күрә алмайым. “Элекке наркомандар булмай” (Бывших наркоманов не бывает) тигән һүҙҙәр хаҡтыр, ахыры. Өләсәйемдәрҙә Ҡөръән китабын ҡыҙыҡ өсөн асып ҡарап ултырып, уҡый башлағайным, еңеллек килгән кеүек тойолдо. Хәҙер күңелем болоҡһой башлау менән Ҡөръән уҡыйым--ярҙам итә. Наркотиктар ҡулланмағанға дүрт йыл үтте, ә барыбер ысҡыныуҙан ҡурҡам. Шуға күрә ҡыҙыҡ өсөн дә “тәмләп” ҡарарға ашыҡмағыҙ, йәштәр!..”

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: