Һаҡмар
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

БДУ туристарҙы нисек ҡаршы алды?

12 студент, Рәсәйҙең 6 ҡалаһы, Башҡортостан Республикаһында 6 көн...

БДУ туристарҙы нисек ҡаршы алды?
БДУ туристарҙы нисек ҡаршы алды?

16 августа Башҡорт дәүләт университеты студенттар туризмын үҫтереүгә йүнәлтелгән РФ Фән һәм юғары белем биреү министрлығы программаһы сиктәрендә студенттарҙың беренсе төркөмөн ҡабул итте.

Йәш туристар Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән: Түбәнге Новгород, Һамар, Екатеринбург, Иркутск һәм Төмәндән килгән.

Студенттарҙың сәйәхәте Башҡорт дәүләт университетына барыу һәм Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ринат Фәтҡуллин, ректоры Николай Морозкин һәм Башҡорт дәүләт университетының тәрбиә эше буйынса идаралығы начальнигы Зариина Ғәзизова менән осрашыу менән башланды. Студенттар университет музейында булды, һуңынан республиканың баш ҡалаһы буйлап экскурсияға юлланды.

- Мин үҙ ваҡытында Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған кеше. Шуға ла был программа буйынса яратҡан уҡыу йортомдоң тәүгеләрҙән булып ҡабул итеүе -- ғорурлыҡ тойғоһо уята. Студент туризмын үҫтереү - төбәктең туристик потенциалын күтәреүҙең төп йүнәлештәренең береһе. Ойоштороусылар тыуған яғыбыҙҙың матурлығын тулы кимәлдә күрһәтер, тип ышанам, - тип аңлатма бирҙе БР Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ринат Фәтҡуллин. 

Башҡорт дәүләт университеты әҙерләгән маршрут 5 төнгә һуҙыласаҡ. Гид булып университеттың туристик клубы вәкилдәре сығыш яһай.

Йәшәү өсөн университеттың ҡунаҡхана тибындағы ятаҡтарында уңайлы бүлмәләр әҙерләгән. Бындай сәйәхәттең хаҡы ни бары 10 мең һум самаһы тәшкил итә.

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас в