Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда ҡасан ямғыр яуасаҡ?

"Башгидромет" синоптиктары Башҡортостанда ҡасан ямғыр яуыуы хаҡында белдерҙе. Уларҙың мәғлүмәте буйынса, ул ошо көндәрҙә буласаҡ.

"Башгидромет" синоптиктары Башҡортостанда ҡасан ямғыр яуыуы хаҡында белдерҙе. Уларҙың мәғлүмәте буйынса, ул ошо көндәрҙә буласаҡ.
Бөгөн яуым-төшөм көтөлмәй. Әммә көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыу ихтималлығы бар.

Төньяҡ-көнбайыштан, төньәҡтан талғын ел, урыны менән көслө ел иҫәсәк. Һауа температураһы - төндә 14-19 градус йылы, көндөҙ 27-32 градус эҫе буласаҡ. 

Иртәгә, 24 июндә, бер аҙ ямғыр көтөлә. Ел төньәҡтан, көнсығышҡа күсеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә 13-18 градус йылы, көндөҙ 26-32 градус эҫе булыуы күҙаллана. 



Фото: ru.publika.md

Башҡортостанда ҡасан ямғыр яуасаҡ?