Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1 мартты – Башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан итте. Был көндө һәр төбәктә ил күрке булған ғаиләләр билдәләнә һәм ҙурлана.
Беҙҙең район-ҡалала ла үрнәк алырлыҡ, күрше-тирәгә өлгө булырлыҡ ғаиләләр бихисап. Мәҫәлән, Баймаҡ ҡалаһынан Зөлфиә һәм Вәкил Боҫҡоновтар ғаиләһе. Улар 11 баланы аҡыллы, ипле, алдынғы итеп тәрбиәләй. Сыңғыҙ ауылынан Земфира һәм Биктимер Рәжәповтар ғаиләһендә 8 бала үҫә. Егәрле, уңған балалар етеш тормошта йәшәй. Мерәҫ ауылынан Альбина һәм Марат Абушахминдар ғаиләһендә биш бала тәрбиәләнә. Аталары себер тарафтарында эшләй. Шуға ҡарамаҫтан әсәй кеше ишле мал аҫрап, гөрләтеп донъя көтә. Ғаилә ҙур итеп йорт һалып сыҡты. Баймаҡ ҡалаһынан Гөлсинә һәм Илдус Зәйнуллиндар ҙа биш бала тәрбиәләй. Улар рухлы, бар яҡтан белемле, юғары мәҙәниәтле булыуы менән айырылып тора. Ә балалары төрлө район, республика конкурстарында алдынғы урындарҙы яулай, бик яҡшы уҡый.
Үкенескә ҡаршы, балаларын ҡарамаған ата-әсәләр ҙә бар. Был ҡыҙҙар һәм малайҙар социаль приюттарға эләгә. Шундай балаларҙы ғаиләһенә алып, үҙ сабыйындай бағып үҫтергәндәргә һәйкәл ҡуйырлыҡ. Шундайҙар араһында Иҫке Сибай ауылынан Розалия һәм Зәкир Биктимеровтар ғаиләһендә бер туған 3 рус балаһын алып, уларға бар күңел йылыһын биреп үҫтерә. Юлыҡ ауылында йәшәгән Шәйәхмәтовтар 15 бала тәрбиәләй. Яҡшы уҡыған, егәрле, әхлаҡи, дини тәрбиәле балалар үҫә унда. Беренсе Этҡол ауылынан Гөлнар һәм Илгиз Йәнтүриндар – биш, Баймаҡтан Рәмилә Шәрипова – алты, Эльвира һәм Руслан Яҡшыбаевтар – биш, Мерәҫтән Сәриә һәм Фирғәт Рәхмәтуллиндар 6 бала тәрбиәләй. Улар ғаиләһенә алған кескәйҙәрҙе үҙ балалары менән бергә йән йылыһын биреп тәрбиәләй.
Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, Сибай һәм Матрайҙағы социаль приюттарҙа күбеһе беҙҙең райондың балалары урынлаштырыла. Таҙа, матур йыллы шарттарҙа йәшәһәләр ҙә, был ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың йөҙҙәрендә яҡтылыҡ юҡ, әсә наҙы етмәгәне күренеп тора. Эскелек менән мауыҡҡан ҡатындар уйланһын, аҡылына килһен ине. Сөнки приюттарҙа бер ғаиләнән өсәр, хатта алты бала бар, ә 13 йәшлек малай үҙе донъя көтә. Күп мосолман илдәрендә ҡарттар, балалар йорто бөтөнләй юҡ. Сөнки ололарҙы ла, етемдәрҙе лә туғандары алып көтә.
Аҙна һайын бәхетле парҙарҙың туйҙарын күреп шатланырға тура килә. Шул уҡ ваҡытта яусылы, ҡалымлы, саҡырыусылы, һандыҡлы туйҙарыбыҙ урынына, сит халыҡтың йолалары үтеп инә башланы. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар менән аралашыу ҙа бер нисә сәғәткә генә ҡайтып ҡала. Был ваҡытта туғандар бер-береһе менән танышып та өлгөрмәй, һуңынан аралашмайҙар ҙа.
Телен ҡәҙерләгән халыҡ – үҙе лә ҡәҙерле булыр. Үкенескә ҡаршы, башҡорт телендә һөйләшкән балаларыбыҙ кәмегәндән – кәмей бара. Ата-әсәләр ҙә рус телендә һөйләшеүҙе хуп күрә. Минең ейәнсәремә 4 йәш. Улар Өфөлә йәшәй. Бар ғаилә йортта йыйылғанда улар тик башҡорт телендә аралаша. 3 йәшлек кесе ҡыҙҙары Мәрйәм “һут” тип һорап мине бик ҡыуандырғайны. Минеңсә, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре саф башҡортса һөйләшкән кешеләр генә күкрәк киреп, “мин халҡымдың патриоты” тип әйтә ала. Матур башҡорт исемдәре ҡушыу мөһимлеге тураһында ла онотмайыҡ. Хәҙерге ваҡытта ғаиләләргә хөкүмәт тарафынан төрлө ярҙам күрһәтелһә лә, балалар һаны аҙая бара. Беҙҙең милләтебеҙ кәмемәһен өсөн һәр ғаиләлә кәмендә өс бала тыуырға тейеш.
Ҡатынлы ир – ҡараулы, ирле ҡатын – хужалы, тигән тапҡыр әйтем бар халҡыбыҙҙа. Никахтар тарҡалмаһын, бәхетле парҙар күп булһын, балалар “атай – әсәй” тип, етеш тормошта үҫһен ине.
Хөрмә Биктимерова, район ҡоролтайының әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ комиссияһы рәйесе.